газета "Салауат"
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Июль 2020, 22:35

Тауыш биреүгә - бөтә яуаплылыҡ менән

Ҡалабыҙҙың 615-се һайлау участкаһы 25-се башҡорт гимназия бинаһында урынлашҡан. Бөгөн бында башҡа ваҡыттағыңа ҡарағанда кеше йышыраҡ килә, сөнки 1 июль - халыҡ РФ Конституцияһына төҙөтмәләр өсөн тауыш биреү көнө. Бина алдында һәм эсендәге көй-моң да байрам кәйефе өҫтәгәндәй.

Ҡалабыҙҙың 615-се һайлау участкаһы 25-се башҡорт гимназия бинаһында урынлашҡан. Бөгөн бында башҡа ваҡыттағыңа ҡарағанда кеше йышыраҡ килә, сөнки 1 июль - халыҡ РФ Конституцияһына төҙөтмәләр өсөн тауыш биреү көнө. Бина алдында һәм эсендәге көй-моң да байрам кәйефе өҫтәгәндәй.
- Беҙ бөгөн иртәнге сәғәт 8-ҙә эшләй башланыҡ, ишектәрҙе асыуға уҡ бер әбей көтөп тора ине. Оло быуын кешеләре, әлбиттә, тауыш биреүгә яуаплыраҡ ҡарай. Быға тиклем дә кешеләр килде, башлыса эштән һуң инеп сыҡтылар. Күпселек бөгөн килер, тип уйлайым, - ти 615-се һайлау участкаһы рәйесе Гөлфиә Дәүләтҡолова.
Һайлау участкаһына ингәндә тауыш бирергә килеүсене махсус кейемдәге кеше ҡаршы ала. Һайлаусыға битлектән, бирмсәткәләрҙән һәм ручканан торған махсус йыйылма тапшырыла. Әгәр кешенең үҙ бирсәткәләре булһа, улар антисептик менән эшкәртелә. Мотлаҡ кешенең тән температураһы үлсәнә. Участка һайлау комиссияһы ултырған өҫтәл янына килгәс, һайлаусы үҙенең паспортын йыраҡтан күрһәтә. Үҙенең шәхсән ручкаһы менән бюллетень алыуы хаҡында ҡултамға ҡуйғандан һуң, тауыш биреү кабинкаһына үтә. Үҙ фекерен белдереп тейешле графаға билдә ҡуйғандан һуң, ул бюллютенде урнаға төшөрә һәм ингән еренән түгел, бөтөнләй башҡа ишектән сығып китә. Һайлаусының хәрәкәт итеү схемаһы кешеләрҙең үҙ-ара осрашмауын, яҡынлашмауын иҫәпкә алып эшләнгән.
- Бөтә был һаҡлыҡ сараларын кешеләр аңлап ҡабул итә, сөнки уларҙың тауыш биреү, һайлаусыларҙың үҙҙәренең хәүефһеҙлеге хаҡына башҡарылыуын беләләр. Бынан тыш, участкала полицейскиҙар дежур итә, һәр ике сәғәт һайын тауыш биреү урыны, ишектәр, өҫтәлдәр, ултырғыстар, кабинкалар, урналар эшкәртелә, - ти Гөлфиә Шәфҡәт ҡыҙы.
Комиссия рәйесе әйтеүенсә, комиссияла 12 кеше эшләй.
- Мин Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса үҙ фекеремде белдерергә килдем. Һәр ваҡытта ла һайлауҙа ҡатнашырға тырышам, сөнки беҙ ошолай илебеҙҙең тарихына, уның киләсәктәге үҫешенә өлөш индерәбеҙ. Минеңсә, Конституцияға үҙгәрештәр индереү мөһим, бигерәк тә социаль гарантияларҙың Төп закон менән нығытылыуын хуплайым, - ти тауыш биреүгә килеүселәрҙең береһе Лилиә исемле ханым.
Читайте нас: