газета "Салауат"
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Июль 2020, 18:50

Ҡайһы ҡала һәм район әүҙем?

Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреүҙең барышы тураһындағы мәғлүмәттәрҙе Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы көн дауамында онлайн-брифингтар аша еткереп тора.

Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреүҙең барышы тураһындағы мәғлүмәттәрҙе Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы көн дауамында онлайн-брифингтар аша еткереп тора.
Төштән һуң уҙған онлайн-брифингта Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһының мәғлүмәт үҙәге мөдире-начальнигы Йыһанур Алтынбаев хәбәр итеүенсә, сәғәт 3-кә республикала тауыш биреү хоҡуғына эйә булған граждандарҙың 82,3 проценты Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса Дөйөм тауыш биреү сараһында ҡатнашҡан, йәғни участкаларға граждандарҙың 2,5 миллионы килгән.
Өфөлә был күрһәткес 83,6 процент тәшкил итә, ә республика ҡалалары буйынса – 78,1 процент. Был юлы Нефтекама менән Сибай ҡалалары алда бара, йәғни уларҙа тауыш биреүселәрҙең 82 проценттан ашыуы үҙенең конституцион бурысын үтәгән.
Райондарға килгәндә, сәғәт 3-кә әүҙемлек 83,6 процент тәшкил итә. Улар араһында Дәүләкән районы алдынғы сафта бара – 93 процент, шулай уҡ Баҡалы һәм Йылайыр райондарында ла күрһәткес яҡшы – 91 процент.
Республикала тауыш биреү хоҡуғы булған граждандарҙың 1 миллион 650 меңен – ҡатын-ҡыҙҙар, ә 1 миллион 377 меңен ир-егеттәр тәшкил итә.
Читайте нас: