Йондоҙнамә (29 июнь-5 июль)
Ҡуҙы (21.03-20.04)
Һеҙгә үҙ мәнфәғәттәрегҙҙе яҡларға тура килер. Хатта етәксе алдында ла хаҡлы булыуығыҙҙы иҫбатларға кәрәк булыр. Ғаиләгеҙгә кәрәк ваҡытта терәк була алмаҫһығыҙ. Яҡын дуҫтарығыҙ менән осрашыу шатлыҡ бүләк итер.
Буға (21.04-21.05)
Буғалар өсөн аҙна бер яҡлы ғына булмаҫ. Һеҙ матди хәлегеҙҙе яҡшырта алырһығыҙ. Әммә һеҙҙең тирә-яҡтағылар менән мөнәсәбәттәрегеҙ киҫкенләшер. Туғандарығыҙ менән осрашыу бөтә кире тәьҫораттарҙы юйып ташларға ярҙам итер.
Игеҙәктәр (22.05-21.06)
Игеҙектәрҙе уңышлы аҙна көтә. Һеҙҙең һәләттәрегеҙҙе асыу өсөн мөмкинлектәр сығып торор. Икенсе яртығыҙ менән бер-берегеҙҙе ярты һүҙҙән аңларға өйрәнерһегеҙ. Тик ҡайһы бер эре әйбер һатып алыуға аҡсағыҙ етеңкерәмәҫ.
Ҡыҫала (22.06-23.07)
Ниндәйҙер башланғыс хаҡында белдерер алдынан ныҡлы уйлағыҙ. Бигерәк тә яҡындарығыҙҙың фекерҙәренә ҡолаҡ һалыу ҡамасауламаҫ. Күп сығымдарға әҙер булығыҙ. Дуҫтарығыҙ менән осрашыуға ваҡыт табылыр.
Арыҫлан (24.07-23.08)
Ваҡ-төйәк эштәргә артыҡ иғтибар бүлмәгеҙ, ҙурыраҡ пландарға тотоноғоҙ. Шәхси идеяларығыҙҙы тормошҡа ашырғанда дуҫтарығыҙ менән кәңәшләшегеҙ. Үҙегеҙҙе бер аҙ арыған итеп тойорһоғоҙ. Ял көндәре тынлыҡта үтһен.
Ҡыҙ (24.08-23.09)
Йондоҙҙар был арала маҡсаттарығыҙға ирешеү өсөн тырышырға кәңәш бирә. Карьера баҫҡысы буйлап үрмәләтеүҙәре мөмкин. Сит-яттарға ғашиҡ булыуҙан һаҡланығыҙ. Балаларығыҙ ҡыуандырыр. Юлда ипле йөрөгөҙ.
Үлсәү (24.09-23.10)
Белемгә ынтылышығыҙ артыр. Бөтә нимәне тиҙ үҙләштерерһегеҙ. Парлыларҙың тормошо сағыу ваҡиғалар менән байыр. Һөйгәнегеҙҙән сюрприздар көтөгөҙ. Оҙон юлға сыҡмай тороғоҙ. Диетаға ултырыу һөҙөмтәле булыр.
Саян (24.10-22.11)
Һеҙҙең матди хәлегеҙ яҡшы яҡҡа үҙгәреүе мөмкин. Көтөлмәгән ерҙән килем алырһығыҙ. Эшлекле сәфәрҙәрҙе кисектереп торорға тура килер. Икенсе яртығыҙ һеҙҙе һөйөүе менән уратып алыр. Врачҡа барып килеү ҡамасауламаҫ.
Уҡсы (23.11-21.12)
Хис-тойғоларығыҙҙы ауыҙлыҡлап тота белмәһәгеҙ, аҙна көсөргәнешле буласаҡ. Коллегаларығыҙ, бигерәк тә етәкселек менән һүҙгә килеүҙән һаҡ булығыҙ. Шәхси тормошоғоҙҙа барыһы ла һәйбәт барыр. Аҡсаны экономиялағыҙ.
Ылаҡ (22.12-20.01)
Башкөлләй эшкә сумырһығыҙ. Хеҙмәт урынында һәр бурысты сифатлы итеп атҡарып сығырһығыҙ. Өйҙәге эштәрегеҙ ҙә еңел башҡарылыр. Икенсе яртығыҙ менән бәхәскә инеп алырһығыҙ. Ял көндәре ҡыҙыҡлы үтер.
Һыуғояр (21.01-19.02)
Был аҙнала балыҡтарға күтәренке кәйеф һәм илһам юлдаш булыр. Ниндәйҙер проблемалар ҙа кәйефегеҙҙе төшөрә алмаҫ. Һөйгәнегеҙ менән һәр саҡ фекерҙәрегеҙ бер төрлө булыр. Һаулыҡ торошо ғына әҙерәк борсоп алыр.
Балыҡ (20.02-20.03)
Күп ваҡытығыҙ яҡындарығыҙ менән үтер, уларға ярҙам итергә лә тура килер. Эштә лә иңегеҙгә яуаплы бурыс йөкмәтерҙәр. Яңы кешеләр менән танышырһығыҙ. Һөйгәнегеҙ менән мөнәсәбәтегеҙ артыҡ көнләшеү арҡаһында ҡаҡшар.