газета "Салауат"
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Июнь 2020, 20:00

Һарымһаҡ, кишер, балыҡ файҙаһы

Беҙҙең иммунитеттың иң мөһим функцияһы - организмды зарарланыуҙан һаҡлау. Әгәр ҙә һеҙҙең организмға вирустар һәм бактериялар эләкһә, көслө иммуна системаһы улар менән көрәшә ала. Иммуна системаһына түбәндәге аҙыҡтар ярҙам итә:..

Беҙҙең иммунитеттың иң мөһим функцияһы - организмды зарарланыуҙан һаҡлау. Әгәр ҙә һеҙҙең организмға вирустар һәм бактериялар эләкһә, көслө иммуна системаһы улар менән көрәшә ала. Иммуна системаһына түбәндәге аҙыҡтар ярҙам итә:
* Һарымһаҡта ауырыу микробтарын үлтерә торған матдәләр бар. Аҙнаға бер тапҡыр һарымһаҡтың бер нисә бүлкәтен ашағыҙ. Иҙелгән көйөнсә һарымһаҡ байтаҡҡа файҙалыраҡ.
* Кишер - инфекциялар менән көрәшеүҙә организмға булышлыҡ итеүсе бета-керотин байлығы. Белгестәр һәр көн ыуылған кишер ашарға тәҡдим итә.
* Кефир, йогурттар (емеш-еләк менән түгел, майы әҙерәк булған көйөнсә) составына файҙалы микрофлора һәм лактобактерия инә, улар ауырыу бактерияларҙың үрсеүенә ҡаршы тәьҫир итә. Көнөнә ошо эсемлектәрҙе бер сынаяҡ эсегеҙ.
* Миндаль сәтләүеге - амино һәм май кислотаһы, кальций һәм Е витаминының натураль сығанағы. Һәр көн миндаль сәтләүегенең ҙур булмаған күләмен ҡулланыу плазмала һәм ҡандың эритроцитында Е витаминының күләмен күтәрә, холерестериндың кимәлен нормалләштерә һәм, әлбиттә, иммунитетты күтәрә.
* Балыҡ. Улар омега-3 май кислотаһына бай, иммун системаһын нығытыуға бәйле, организмда күҙәнәктәрҙең эшен әүҙемләштерә. Аҙнаһына өс балыҡ төшкө ашын ойоштороғоҙ, йәки көнөнә 50 грамм балыҡ ризығын ҡулланығыҙ.
Читайте нас: