Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Июнь 2020, 13:55

Уларҙы бәләкәйҙән сәхнә ҡауыштырған

Зөлфиә һәм Жәүит Шакировтарҙың үҙ-ара ихлас һәм йылы мөнәсәбәттәренә һоҡланмаған кеше юҡтыр. Заман йырсылары араһында иң мөхәбәтле пар 30 йылдан ашыу бергә. Баҡтиһәң, улар мәктәп йылдарынан уҡ бер-береһен күҙләп йөрөгән икән.

- Беҙ мәктәптә уҡыған ваҡытта үҙешмәкәр сәнғәт бик көслө ине. Мәктәп балалары агитбригадалар менән райондарға ярышҡа барып, башҡа ауылдар коллективтары менән бер сәхнәлә сығыш яһай инек. Бына шул ваҡытта уҡ бер-беребеҙҙе күҙләп йөрөгәнбеҙ беҙ. Мин үҙем Саҡмағош районының Юғары Аташ ауылынан, Жәүит - Әхмәт ауылынан, - ти Зөлфиә Шакирова.
Район сәхнәләрендә бер-береһен кескәйҙән күреп, үҫә төшкәс студент йылдарында ла ошо сәхнәләрҙә ауыл даны өсөн сығыш яһап йөрөй улар. Үҫә төшкәс бер-береһен күҙләү оло мөхәббәткә әйләнә. Һуңыраҡ Зөлфиә Шакирова Өфө сәнғәт институтында уҡып йөрөгән еренән, Жәүитен Казанға эшкә саҡырғас, институтты ташлап, уның янына сығып китә.
Читайте нас: