Ил башлығы Конституцияға төҙәтмәләрҙең әһәмиәтен аңлатасаҡ һәм кешеләрҙе тауыш биреүҙә ҡатнашыуға өндәйәсәк.
Быға тиклем Рәсәй Президенты яңыраҡ, 23 июндә сығыш яһағайны. Унда һүҙ күберәк пандемия ваҡытында ярҙам сараларын оҙайтыу хаҡында барҙы.
Конституцияға төҙәтмәләр «әгәр граждандар уларҙы хуплаһа ғына» үҙ көсөнә инәсәк, тип белдергәйне Путин алдағы сығыштарында.
#ВладимирПутин