Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Июнь 2020, 11:45

5 яңы балалар баҡсаһы

Баш ҡалабыҙ Өфөлә 5 яңы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы төҙөлә. Улар «Демография» милли проект сиктәрендә һалына.

Баш ҡалабыҙ Өфөлә 5 яңы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы төҙөлә. Улар «Демография» милли проект сиктәрендә һалына.
Был балалар баҡсаларына дөйөм алғанда 925 бала йөрөй аласаҡ. Төҙөлөш 2019 йылда башланған һәм быйылғы йыл аҙағына сафҡа индереләсәк.
Әлеге ваҡытта Өфөлә 223 балалар баҡсаһы эшләй, унда 68 меңдән ашыу бала йөрөй. Билдәле булыуынса, мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларына йөкләмә халыҡ һаны артыу иҫәбенә йылдан-йыл күбәйә бара.
#миллипроекттар
Читайте нас