Кисә ил Президенты Владимир Путин тағы бер тапҡыр Рәсәй халҡына мөрәжәғәт менән сығыш яһаны. Июлдә 16 йәшкә тиклемге балалары булған ғаиләләр һәр бала өсөн тағы 10-ар мең һум аласаҡ. Быға тиклем түләүҙе алыуға ғариза биргәндәргә аҡса автоматик рәүештә киләсәк, тип белдерҙе ил башлығы. Ул башҡа төрлө ярҙам саралары хаҡында ла һөйләне.
Коронавирус пандемияһына бәйле халыҡҡа ярҙам сараларының иң мөһимдәре араһында социаль хеҙмәткәрҙәр өсөн түләүҙәр 15 сентябргә тиклем оҙайтылыуын, медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн барлыҡ дәртләндереү һәм федераль түләүҙәр июль, август айҙарында ла түләнәсәген, ике ата-әсә лә эшен юғалтҡан ғаиләләр һәр балаһына 3-әр мең һум аҡса аласағын, шулай уҡ эшһеҙлек буйынса юғары пособие июль һәм август айҙарында ла дауам итәсәген, йылына 6,5 процент ставка менән ташламалы ипотека төбәктәрҙә 6 миллион һумға һәм Мәскәү менән Петербургта 12 миллион һумға тиклемге фатирҙарға биреләсәген билдәләп үтергә мөмкин.