Комплекста булғанда президент Рәсәйҙең хәҙерге заман һалдаттары һәм офицерҙары традицияларға тоғролоҡ һаҡлай һәм ҡуйылған бурыстарҙы лайыҡлы үтәй, тип билдәләне.
- Беҙҙең өсөн, Рәсәй граждандары өсөн Бөйөк Ватан һуғышы, кем һуғышҡан һәм яу яланында ятып ҡалған, Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн барлыҡ көсөн һалғандар тураһында иҫтәлек изге булып ҡала, - тине ил башлығы.
Ҡораллы көстәрҙең төп сиркәүе «Патриот» паркында Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап төҙөлдө. Уның территорияһында «Иҫтәлек юлы» музей-галереяһы асыласаҡ. Уның оҙонлоғо - Бөйөк Ватан һуғышы дауам иткән көндәргә тиң 1418 аҙым. Унда һуғышта ҡатнашыусыларҙың 33 миллион фотоһы урынлаштырыласаҡ.
#ВладимирПутин