газета "Салауат"
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Июнь 2020, 18:05
Өс баланы етем ҡалдырып...
Йөк машиналарына әллә ни булды. Һуңғы аҙнала ғына улар ҡатнашлығында әллә нисәнсе ҡурҡыныс авария теркәлә республикала. Ә иң ҡурҡынысы бындай аварияларҙа, ҡағиҙә булараҡ, кешеләр һәләк була.
Йөк машиналарына әллә ни булды. Һуңғы аҙнала ғына улар ҡатнашлығында әллә нисәнсе ҡурҡыныс авария теркәлә республикала. Ә иң ҡурҡынысы бындай аварияларҙа, ҡағиҙә булараҡ, кешеләр һәләк була.
Мишкә районында тағы бер шундай һәләкәт теркәлде. ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Бөрө – Тастүбә – Һатҡы юлындағы күперҙә ремонт барған була. Бында реверсив хәрәкәт ойошторола. Авария тап ошо күперҙә була, “Киа Оптима”, “НефАЗ” автобусы һәм “Скания” бензовозы бәрелешә унда.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 14 тонна дизель яғыулығы тейәгән бензовоз Бөрө яғынан Ҡариҙел ауылы йүнәлешендә китеп бара һәм күпергә килеп төшә. Ремонт сәбәпле, бында хәрәкәт светофор тарафынан көйләнә. Уға ҡыҙыл ут янһа ла, водитель туҡтап та тормай алға китә. Ә был ваҡытта ҡаршыларына “Киа Оптима” автомобилендә өс бала ултырған ғаилә килгән була. Бензовоз тәүҙә еңел машинаны, аҙаҡ автобусты бәрҙерә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, еңел машина пассажиры, 34 йәшлек өс бала әсәһе авария урынында һәләк була. Янында ултырған ире һәм арттағы өс балаһы иҫән. Ирҙе һәм ике баланы дауаханаға алып киткәндәр. Балаларға биш һәм туғыҙ йәш булған. Автобуста водителдән тыш ике пассажир булған, улар зыян күрмәгән.
Шуныһы, йөк машинаһы водителе ниндәйҙер сәбәп буйынса хатта тормозға баҫырға ла тырышмаған. Һөҙөмтә үтә аяныслы: өс бәләкәй бала әсәйһеҙ тороп ҡалды.
Ғаиләнең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Юлда үҙебеҙҙе лә, башҡаларҙы ла уйлап йөрөйөк әле. Бөтәбеҙгә лә иҫән-һау өйгә ҡайтып етергә кәрәк бит!
Фото: БР ЮХХДИ.
Автор: Альфия Мингалиева
("Башҡортостан" гәзите сайтынан).
Читайте нас: