Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Июнь 2020, 18:15

Лағман

4-5 кеше өсөн 0,5 кг ит, 6-8 картуф, 2 баш һуған, ярты кәбеҫтә, май, томат соусы кәрәк.

4-5 кеше өсөн 0,5 кг ит, 6-8 картуф, 2 баш һуған, ярты кәбеҫтә, май, томат соусы кәрәк.
Майҙы ҡаҙанда ҡыҙҙыраһың һәм һаламлап туралған һуғанды һалаһың. Һөҙөклө һурпа кәрәк икән, майҙы күберәк һалырға мөмкин.Шунан 1 ҡалаҡ томат соусы өҫтәргә. Ул ҡыҙғас, шаҡмаҡлап туралған итте ҡыҙҙырырға кәрәк. Ит бешә биргәс, ҡартуф һалына. Ошонда кориандр, башҡа тәмләткестәр һибергә. Ризыҡ көйөп китмәһен өсөн болғатып торорға кәрәк. Картуф яртылаш бешкәс, 3 литр һыу һалырға. Ҡайнап сыҡҡас, тоҙ өҫтәп, итте бешереп бөтөрөргә.
Туҡмасты ҡалыныраҡ һәм оҙонораҡ итеп әҙерләйҙәр. Уны һыуҙа айырым бешереп алырға кәрәк. Ә өҫтәлгә ултыртҡанда тәрән тәрилкәгә башта оҙон туҡмас, шунан итле һурпа һалып бирелә. Өҫтөнә йәшел тәмләткестәр һибергә лә онотмағыҙ.
Фото: vkuso.ru
Читайте нас: