газета "Салауат"
-20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Июнь 2020, 11:40

БЕР КЕМ ДӘ, БЕР НӘМӘ ЛӘ ОНОТОЛМАЙ

22 июнь - Хәтер һәм ҡайғы көнө. Илебеҙ тарихында иң хәсрәтле даталарҙың береһе ул.. Был көндө Рәсәй ҡалаларында һәм ауылдырандатөрлө иҫкә алыу саралары үтә. Салауат та ла был дата уңайынан тәүҙә “Юрматы ере”, һуңынан “Мәңгелек ут” мемориаль комплексында митингтар уҙҙы.

- 22 июндә фашистик Германия беҙҙең ил сиктәрен баҫып инә. Беҙҙең яҡташтар тыуған еребеҙҙе һаҡлау өсөн яуға ташланы, дошмандарға ҡаршы батырҙарса алыша, күптәре яу яланынан әйләнеп ҡайтмай. Беҙ үҙебеҙҙең батырҙарыбыҙҙы иҫебеҙҙә тотабыҙ һәм улар алдында баш эйәбеҙ, - тип телмәр тотто “Юрматы ере” мемориаль комплексындағы сарала “Мираҫ” мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениеһы директоры Руслан Сафиканов.
“Мәңгелек ут” мемориаль комплексындағы митингта ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов, “Газпром нефтехим Салауат” йәмғиәтенең генераль директоры Айрат Кәримов, ҡала комиссары Фәндәлиф Ниғмәтдинов, Салауат ҡалаһы буйынса эске эштәр бүлеге начальнигы Илмир Фәхретдинов ҡатнашты. Улар яу яланында һәләк булғандарҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алды, һәйкәлдәргә сәскәләр һалды.
Читайте нас: