газета "Салауат"
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Июнь 2020, 18:10

Бүләккә – сәскә

Йәш ҡыҙҙарға асыҡ төҫтәге асылып бөтмәгән сәскәләр, ә ҡатын-ҡыҙҙарға таждары асылған гөлләмә бүләк итәләр.

*Йәш ҡыҙҙарға асыҡ төҫтәге асылып бөтмәгән сәскәләр, ә ҡатын-ҡыҙҙарға таждары асылған гөлләмә бүләк итәләр.
*Кәләш өсөн гөлләмә уның тышҡы ҡиәфәтенә, туй күлдәгенең төҫөнә, уның аксессуарҙарына ҡарап һайлана.
*Юбиляр өсөн гөлләмәне рауза, ҡәнәфер, хризантема, гладиолустарҙан ҙур итеп төҙөргә мөмкин.
*Өлкән йәштәгеләрҙе һауытта сәскә атыусы гөлдәр (цикламен, азалия) ҡыуандырасаҡ.
Сәскәләрҙең мәғәнәһе лә бар икән.
Аҡ роза - быға тиклем һөйөү татымаған йөрәкте, ҡыҙыл роза - мөхәббәттән ғазапланыуҙы, ҡыҙыл һәм аҡ розалар - йөрәк ялҡынын, ләлә - яратыуыңды әйтергә теләүҙе, ҡыҙыл ҡәнәфер - шашып һөйөүҙе, ала ҡәнәфер - игелекле булыуҙы, аҡ томбойоҡ - йәшлекте, мимоза - тартыныуҙы, нарцисс - үҙ-үҙеңде яратыуҙы, пион - оялсанлыҡты, умырзая - йыуатыуҙы, миләүшә - тыйнаҡлыҡты, георгин рәхмәтле булыуҙы белдерә икән.
Фото:ezhevika.org
Читайте нас: