газета "Салауат"
+23 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Июнь 2020, 21:02

Зинира менән Ризат та буш ятмаған

Пандемия ваҡытында артистарҙың ҡайһыһы йорт һала, кемеһелер тауыҡ аҫрай, бәғзеһе бала яһай, тигәндәй, һәр кем үҙ эше менән мәшғүл булды.

Пандемия ваҡытында артистарҙың ҡайһыһы йорт һала, кемеһелер тауыҡ аҫрай, бәғзеһе бала яһай, тигәндәй, һәр кем үҙ эше менән мәшғүл булды.
Яратҡан йырсыларыбыҙ Зинира һәм Ризат Рамаҙановтар ҙа тик ятмаған бит! Эйе, был хаҡта улар үҙҙәре хәбәр иткән.

"Донъя хәлен белеп булмай тип, тыуған яғым Сабала атай-әсәйҙәргә бер айлыҡ 60 бройлер, Зинираның тыуған яғы Башҡортостанда 40 бройлер алып бирҙек. Спонсорҙарыбыҙ - атай-әсәй һәм аҙбарҙағы үгеҙ, тип сәхнәлә көлөп һөйләй инек. Ысынында, Башҡортостанда һәм Сабала үҙебеҙ алып биргән үгеҙҙәр бар. Көҙ һуйғас, аҡсаһы буласаҡ, Алла бойорһа. Шуларҙы ҡараныҡ, себештәрҙе үҫтерҙек, ашлыҡ менән дә булыштым", - тип һөйләне Ризат.

Коронавирус ваҡытында Рамаҙановтарҙың тағы бер һөнәре барлыҡҡа килгән - бәлеш бешерергә өйрәнгәндәр. "Гел гастролдә йөрөгәс, духовканы һирәк ҡабыҙа инек. Ҡамыр ризыҡтары бешереп рәхәтләндек", - ти йырсы.
"Ҡыҙығыҙ Айгизәгә иптәш яһайһығыҙмы һуң?" тигән һорауға йырсылар: "Тырыштыҡ, һөҙөмтәһен көтәбеҙ", - тип яуап бирҙе. Хәйерле сәғәттә булһын!

Фото: Vk.com
Автор: Самат Ғәлин
("Башҡортостан" гәзите сайтынан).
Читайте нас: