газета "Салауат"
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Июнь 2020, 21:50

Йондоҙҙар беҙгә ни юрай?

Йондоҙнамә (22-28 июнь)

Йондоҙнамә (22-28 июнь)
Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Был аҙнала быға тиклем башҡармаған эштәргә тотонорға, яңыларына өйрәнергә тура килер. Эштә конфликттан ҡотола алмаҫһығыҙ. Аҡсаны экономиялап файҙаланып хәйерлерәк. Шәхси тормошоғоҙҙағы тотороҡлолоҡ өсөн сабырлыҡ кәрәк булыр.
Буға (21.04 – 21.05)
Уңышҡа тик ныҡлы тырышлыҡ менән генә ирешә алырһығыҙ. Хеҙмәттәштәрегеҙ менән килешеп эшләргә өйрәнегеҙ. Һөйгәнегеҙ асыуығыҙҙы килтерһә лә, уны тиҙ ғәфү итерһегеҙ. Ҡайышығыҙҙы әҙерәк ҡыҫырға тура килер, матди хәлегеҙ һуңыраҡ яҡшырыр.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Һеҙ маҡсатығыҙға табан тағы ла нығыраҡ яҡынайырһығыҙ. Ижади эшегеҙ матди яҡтан баһаланыр. Икенсе яртығыҙҙы тәккә-юҡҡа көнләшмәгеҙ, ул һеҙҙән башҡа берәүҙе яратмай.Әлегә әсе, ҡыҙҙырылған ризыҡтарҙан тыйылыу хәйерлерәк.
Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Был аҙнаға етди эштәр планлаштырмағыҙ, элеккеләрен тамамлап ҡуйығыҙ. Шишәмбе кеҫәгеҙгә аҡса инер. Һөйгәнегеҙҙең һеҙгә ҡарата үтә иғтибарлы булыуын тойорһоғоҙ. Спиртлы эсемлектәр ҡулланыуҙан тыйылығыҙ.
Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Күсемһеҙ милеккә бәйле һорауҙар уңышлы хәл ителер. Йортоғоҙҙа әле ремонт башлаһағыҙ, һөҙөмтәһе шатландырыр. Ғаиләлә ғауға сығыр. Сит кешеләргә ярҙам итеп рәхмәт ишетерһегеҙ. Ял көндәрен тыныслыҡта үткәрегеҙ.
Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Ҡыҙҙарҙы ҡатмарлы аҙна көтә. Һеҙгә мөһим ҡарарҙарҙы тиҙ ҡабул итергә тура килер. Шаршамбы матди хәлегеҙҙе һәйбәтләү мөмкинлеге тыуыр. Яҡындарығыҙ ваҡ ҡына етешһеҙлектәрегеҙгә лә бәйләнеп, йәнегеҙҙе көйҙәрәр. Бауырығыҙҙы һаҡлағыҙ.
Үлсәү (24.09 – 23.10)
Эштәрегеҙ имен генә барыр. Тик коллегаларығыҙ һеҙҙең турала ғәйбәт таратыр. Килемегеҙ һеҙ көткәндән әҙерәк булыр. Һөйгәнегеҙ менән хис-тойғоларығыҙ ҡаҡшап алыр. Сәләмәтлегегеҙҙе нығытыу өсөн халыҡ медицинаһы килешер.
Саян (24.10 – 22.11)
Һеҙҙең эшлекле идеяларығыҙҙы етәксегеҙ баһалар, хатта юғарыраҡ вазифа тәҡдим итер. Кеҫәгеҙҙең дә ҡалынауын көтөгөҙ. Мөхәббәт һеҙҙе ҡанатландырыр, һөйөү һүҙҙәрен йыш ишетерһегеҙ. Дауалау күнекмәлерә хаҡында онотмағыҙ.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Ҡайһы бер ғәмәлдәрҙә алтын урталыҡты һаҡлау яҡшыраҡ булыр. Шулай уҡ һүҙҙәрегеҙҙе лә уйлап һөйләгеҙ. Туғандарығыҙ аҡса һорап мөрәжәғәт итер. Дуҫтарығыҙ менән осрашып алыу яҡшы тәьҫораттар бүләк итер. Төнгә табан ашыу яҡшыға түгел.
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Уңышһыҙлыҡтарығҙҙың сәбәбен төшөнә алмай аптырарһығыҙ. Был һөнәри эшегеҙгә лә, шәхси тормошоғоҙға ла ҡағыла. Һеҙҙе тишек шоманға ултыртыуҙары ихтимал. Сығымдарығыҙ күп булыр. Йоҡоһоҙлоҡ босоп алыр.
Һыуғояр (21.01 – 19.02)
Был аҙнала күп эш ҡушырҙар. Әммә артыҡ бурыс алмағыҙ, осона сығып етеүегеҙ икеле. Ғаилә тормошоғоҙ һеҙ теләгәнсә генә бармаҫ. Магазиндарҙа йөрөһәгеҙ, мотлаҡ кейем-һалым һатып алырһығыҙ. Йөрәк-ҡан тамырҙары системаһын рәткә килтерергә кәрәк.
Балыҡ (20.02 – 20.03)
Эш бөтә ваҡытығыҙҙы алыр, шуға күрә ғаиләгеҙ артҡы планға күсер. Ылыҡтырғыс тәҡдим алырһығыҙ, уйлағыҙ, шунда уҡ ризалашыу кәрәкмәҫ. Ял көндәре кәрәкле әйбер һатып алырһығыҙ. Майлы аҙыҡтарҙан баш тартып тороғоҙ, ашҡаҙанығыҙға еңел булып ҡалыр.
Читайте нас: