газета "Салауат"
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Июнь 2020, 21:55

Арыҫлан шикелле бул (аҡыллыға ишара)

Бер кеше төндө тәбиғәт ҡосағында үткәрәргә булды, йыртҡыс хайуандарҙан һаҡланып ҙур ағастың башына башына менеп ултырҙы. Күпмелер ваҡыттан ағас аҫтына бер ғәрип төлкө килеп ятты. Кеше: «Был меҫкен төлкө нимә ашап йәшәй икән?» - тип уйлап ҡуйҙы. Оҙаҡ та үтмәне, ағас төбәнә болан һөйрәгән арыҫлан килеп, табышын ашай башланы.

Туйғас, ризығының бер өлөшөн ҡалдырып, ары китте. Шуны ғына көткән аҡһаҡ төлкө арыҫландан ҡалғанды ашап тамағын туйҙырҙы. Ағас башындағы кеше: «Тимәк, ғәрип, ауырыу хайуанды Аллаһы Тәғәлә ас ҡалдырмай икән. Улай булғас ниңә көнө-төнө шләп йонсойм. Бынан һуң мин дә төлкө шикелле бер эш эшләмәйенсә, ризығымды көтөп кенә ятайым», - тине.
Ул иртә менән тороп, юл ҡырына сығып ятты ла, ризығын көтә башланы. Бер көн көттө, ике көн, өс көн көттө. Әммә бер кем үтмәне, ризыҡ та килтермәне. Әҙәм аслыҡҡа сыҙай алмай, һуштан яҙҙы. Шул ваҡытта ул бер төш күрҙе. Төшөндә уға берәү былай тине: «Эй, йүләр, эй, ахмаҡ кеше, ялҡауланма! Ниңә үҙеңде ғәрип төлкө урынына ҡуяһың? Арыҫлан шикелле бул, табышыңдан артып ҡалғаны менән башҡалар файҙаланһын!»
Читайте нас: