Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың Икенсе донъя һуғышы, уның барышы һәм эҙемтәләре, шулай уҡ тарихи дөрөҫлөк тураһындағы күләмле мәҡәләһе Америка журналдарының береһендә донъя күргән.
– Мәҡәлә бик күләмле. Беҙ абруйлы һәм аҡыллы кешеләр уҡыған етди журналға иҫәп тоттоҡ, – тип белдерҙе дәүләт башлығының матбуғат сәркәтибе Дмитрий Песков.
Президенттың мәҡәләһе инглиз телендә баҫылған. Уның урыҫ телендәге варианты «Российская газета»ға һалынасаҡ.
«National Interest» – Америка журналы, уны Вашингтонда милли мәнфәғәттәр эксперт үҙәге сығара. Баҫма АҠШ-тың милли оборонаһы һәм эске сәйәсәт мәсьәләләрендә махсуслашҡан.