Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Июнь 2020, 13:15

Бала алдында оят

Салауат ҡалаһында сабый алдында оятһыҙ "шоу" ойошторған ҡыҙҙың шәхесе асыҡланды. Тура эфирҙа яланғас тәнен күрһәтеп, был әҙәм аҡса эшләргә уйлаған.

Салауат ҡалаһында сабый алдында оятһыҙ "шоу" ойошторған ҡыҙҙың шәхесе асыҡланды. Тура эфирҙа яланғас тәнен күрһәтеп, был әҙәм аҡса эшләргә уйлаған.
Бының бәләкәй бала алдында башҡарылыуы - башҡа һыймаҫлыҡ хәл. Ҡыҙҙың ҡылығын төрлөсә тикшереп комментарийҙар яҙҙылар, урындағы халыҡ бындайҙың уларҙа булыуына ышанманы.
Ә. исемле был ҡыҙ ете йыл элек Мораҡта йәшәгән. Апрель айында социаль селтәрҙә теркәлгән, унда үҙ параметрҙарын күрһәткән (буйын, ауырлығын). Әле 26 йәштә. Альбомында дуҫ ҡыҙҙары, егеттәр менән төшкән фотолар, мөхәббәт тураһында һүрәттәр, тормош тураһында цитаталар. Яҙылыусылары - 1500 кеше.
Салауатҡа күскәс, ул тәүҙә бәләкәй магазинда һатыусы, аҙаҡ боулинг-клубта официантка булып эшләй. Буш ваҡытында Стәрлегә барырға ярата. Бер көн тура эфирҙа үҙенең яланғас тән өлөштәрен күрһәтеп аҡса эшләргә уйлай. Быныһы оятһыҙлыҡтың беренсеһе булһа, икенсеһе - видеола артҡы планда ниндәйҙер бәләкәстең ултырғанлығы ла күренә. Уның ниндәй бала икәнлеген асыҡлайһы бар әле. Ҡыҙҙың әсәһе, ҡустыһы һәм һеңлеһе менән йәшәгәнлеге билдәле. Әлеге "эше" уға 306 һум "табыш" килтергән. Был хәлде тикшереү әле дауам итә.

Фото: focus.lv
Автор: Аклима Гизатуллина
("Башҡортостан" гәзите сайтынан).
Читайте нас: