* Башҡаларға изгелек ҡыл, үҙеңде бәхетле тойорһоң.
* Йөрәгеңде асыу, көнсөллөк, нәфрәт, һаранлыҡ кеүек насар тойғоларҙан таҙарт.
* Ғәфү итергә, рәхимле булырға өйрән. Асыуланма. Ғүмерҙең бик ҡыҫҡа икәнен онотма.
* Кемдер һиңә яман һүҙ әйтә икән, был хаҡта күп уйланма. Гонаһы бит ул кешенең үҙенә төшә. Изге эштәрең өсөн бер кемдән дә рәхмәт көтмә. Барыһын да Аллаһтың ризалығы өсөн башҡар.
* Гелән яҡшы уйҙа бул, насарҙарынан һаҡлан.
* Күңелең ятҡан эш менән шөғөллән. Ул үҙеңә лә, башҡа кешеләргә лә файҙа килтерер.
* Һәр кемдең яҡшы яғына иғтибар ит, кәмселектәренә күҙ йом. Камил кеше юҡ, был һинең үҙеңә генә ҡағыла.
* Ғәйбәткә ышанма. Башҡаларҙың кәмселектәрен эҙләмә, хаталанғандарын күреп көлмә. Был үҙеңә лә, уларға ла бәхет килтермәҫ.