газета "Салауат"
+22 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Июнь 2020, 11:00

Ил башлығы халыҡ менән аралашасаҡ

Рәсәй Президенты Владимир Путин менән тура линия быйыл 1 июлдән һуң буласаҡ, теүәл ваҡыты һуңыраҡ хәбәр ителәсәк. Был хаҡта Кремлдең рәсми вәкиле Дмитрий Песков белдерҙе.

Рәсәй Президенты Владимир Путин менән тура линия быйыл 1 июлдән һуң буласаҡ, теүәл ваҡыты һуңыраҡ хәбәр ителәсәк. Был хаҡта Кремлдең рәсми вәкиле Дмитрий Песков белдерҙе.
«Был тулы форматтағы тура линия, Путиндың кешеләр менән аралашыуы буласаҡ», - ти Песков.
Дәүләт башлығы был форматта һуңғы тапҡыр уҙған йылдың июнендә аралашҡан. Ул 17-се тура линия булған. Ул дүрт сәғәттән ашыу барған һәм уны 26 миллиондан ашыу кеше ҡараған. Дәүләт башлығы илдәге коррупция өсөн үҙенең яуаплылыҡ тойоуын белдергән, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге төп проблемаларҙы билдәләгән.
#ВладимирПутин
Читайте нас: