"Хөкүмәт һәм ведомстволар кимәлендә күрһәтмәләрҙең, бөтә сроктарҙың аныҡ үтәлеше, норматив акттарҙың ҡабул ителеүе, төбәктәргә аҡсаның күсерелеүе ҙур әһәмиәткә эйә. Иң мөһиме – һөҙөмтә, аныҡ граждандарға, ғаиләләргә, предприятиеларға ярҙамдың ваҡытында күрһәтелеүе, уларҙың был сараларҙы нисек баһалауы. Шуға күрә бөгөнгө һөйләшеүҙә социаль түләү алған йәки ипотека буйынса ташламанан, үҙ предприятиеларындағы хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы түләүгә гранттарҙан файҙаланырға ҡарар иткән кешеләр ҡатнаша", – тине Президент.
Мәҫәлән, Өфөнән коронавирус осоронда эшен юғалтҡан Михаил Балабанов ҡыҫҡа ваҡыт эсендә нисек итеп эшһеҙлек буйынса пособиены, балаларына социаль түләүҙе рәсмиләштереүе тураһында һөйләне, мәшғүллек буйынса пландары менән уртаҡлашты. Атап әйткәндә, мәшғүллек хеҙмәте Михаилға үҙенең эшен асыу өсөн тейешле консультатив ярҙам күрһәтә икән.