газета "Салауат"
-14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Июнь 2020, 22:25

Йондоҙнамә (15-21 июнь)

...Һыуғояр (21.01-19.02) Бик иғтибарлы булһағыҙ, яңы үҫеш юлдарын күрерһегеҙ. Идеяларығыҙҙы тормошҡа ашырып, матди килем алырһығыҙ. Яҡындарығыҙ менән бәхәскә инмәгеҙ, шул саҡ ял көндәре күңелле үтер...

...Һыуғояр (21.01-19.02)
Бик иғтибарлы булһағыҙ, яңы үҫеш юлдарын күрерһегеҙ. Идеяларығыҙҙы тормошҡа ашырып, матди килем алырһығыҙ. Яҡындарығыҙ менән бәхәскә инмәгеҙ, шул саҡ ял көндәре күңелле үтер...
Йондоҙнамә
(15-21 июнь)
Ҡуҙы (21.03-20.04)
Яңы ҙур пландар төҙөү өсөн иң яҡшы осор. Бының өсөн һеҙҙең белем дә, тәүәкәллек тә етерлек. Ҡыҙыҡлы проекттар өҫтөндә эшләп, яңы үрҙәргә менерһегеҙ. Өй мәшәҡәттәре лә күп ваҡытығыҙҙы алыр. Насар ғәҙәттәрегеҙҙән арынырға кәрәклеген тойорһоғоҙ.
Буға (21.04-21.05)
Был аҙнала һеҙгә тыныслыҡ һаҡларға кәрәк булыр. Эштә лә, шәхси тормошоғоҙҙа ла ниндәйҙер хәл ителмәгән проблемалар күп икәнлеге һиҙҙертер. Ышаныслы кешеләргә генә таянығыҙ. Тәбиғәт ҡосағындағы ял күңел тыныслығы бирер.
Игеҙәктәр (22.05-21.06)
Аҙнаның тәүге өлөшөндә һеҙҙе һөнәри яҡтан уңыш көтә. Һәр төрлө бурысты еңел генә атҡарып, тирә-яҡтағыларҙы һоҡландырырһығыҙ. Килем алыу ҙа һеҙгә ауырлыҡтар тыуҙырмаҫ. Ял көндәрен яҡындарығыҙҙың һөйөүен, ихтирамын тойоп, бергә үткәрерһегеҙ.
Ҡыҫала (22.06-23.07)
Был аҙнала һеҙгә йыйнаҡлыҡ сифаты хас булырға тейеш. Һәр аҙымығыҙ уйланылған булһын. Сәфәрегеҙҙән дә, осрашыуҙарығыҙҙан да файҙа алырға тырышығыҙ. Шишәмбе әҙерәк кәйефегеҙҙе төшөрөп алырҙар. Икенсе яртығыҙ менән бәхәскә инмәү хәйерлерәк.
Арыҫлан (24.07-23.08)
Был аҙнала һеҙ артығы менән актив һәм түҙемһеҙ булырһығыҙ. Проблемаларығыҙҙы хәл итешеүҙә дуҫтарығыҙ ярҙам итер. Шәмбе көн күптән күрмәгән кешеләрҙе осратырһығыҙ. Баҡса мәшәҡәттеренә сумырһығыҙ. Ашҡаҙанығыҙ ауыртып алыр.
Ҡыҙ (24.08-23.09)
Карьера һәм аҡса эшләү проблемалары тәүге планға сығыуы ихтимал. Балтағыҙ һыуға төшмәй торһон, үҙегеҙҙе ҡулға алып, уларҙы хәл итергә кәрәк булыр. Ғаиләлә лә көсөргәнешлекте арттырмағыҙ. Һаулыҡ өсөн күберәк һыу эсегеҙ.
Үлсәү (24.09-23.10)
Был осорҙа етәксегеҙҙең күҙенә артыҡ салынмағыҙ. Һәр эште ете ҡат үлсәп башҡарығыҙ. Хеҙмәттәштәрегеҙ менән һүҙгә килмәгеҙ. Ял көндәрендә шәхси тормошоғоҙға ҡағылышлы хата аҙымдан һаҡланығыҙ. Балаларығыҙға күберәк иғтибар бүлегеҙ.
Саян (24.10-22.11)
Үҙ яҙмышығыҙҙы үҙгәртеү, тормошоғоҙға бөтөнләй яңы нимә индереү өсөн мөмкинлек килеп тыуып торор. Үҙегеҙҙең эске тойомлау хисенә ышанығыҙ. Һөнәри өлкәлә абруйығыҙ артып китер. Икенсе яртығыҙға һөйөү хистәрегеҙҙе белдереп тороғоҙ. Ҡунаҡ көтөгөҙ.
Уҡсы (23.11-21.12)
Күптән борсоп килгән мәсьәләләрҙе хәл итеп сығырһығыҙ. Кәрәк ваҡытта үҙ фекерегеҙҙе әйтеү мөһим. Интернет аша ҡыҙыҡлы кешеләр менән танышырһығыҙ. Кесаҙна ваҡ мәшәҡәттәр килеп сығыр. Ял көндәрендә физик яҡтан ғына түгел, эмоциональ яҡтан да ял итеп алығыҙ.
Ылаҡ (22.12-20.01)
Эштәрегеҙ яй барыр - был һеҙҙең йәнегеҙҙе көйҙөрөр. Бошонмағыҙ, яҡын дуҫтарығыҙ, хәлегеҙгә инеп, ярҙам ҡулы һуҙыр. Күңелегеҙгә оҡшаған шөғөлгә тотонһағыҙ, үҙегеҙҙе яҡшы тойорһоғоҙ. Ғаиләгеҙ менән уртаҡ тел таба алмай аптырарһығыҙ.
Һыуғояр (21.01-19.02)
Бик иғтибарлы булһағыҙ, яңы үҫеш юлдарын күрерһегеҙ. Идеяларығыҙҙы тормошҡа ашырып, матди килем алырһығыҙ. Яҡындарығыҙ менән бәхәскә инмәгеҙ, шул саҡ ял көндәре күңелле үтер. Сәләмәтлегегеҙҙе нығытыуға спорт ныҡлы ярҙам итер.
Балыҡ (20.02-20.03)
Карьера үҫеше менән бәйле башланғыстар уңышлы булмаҡсы. Был мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмағыҙ, тырышлыҡ күрһәтегеҙ. Ҡайһы бер элекке дуҫтарығыҙ менән юлдарығыҙ айырылыр. Ял көндәрен яңы таныштарығыҙ менән үткәрерһегеҙ.
Фото: clutch.ua
Читайте нас