Кеше организмы һөттө махсус фермент ярҙамында ғына үҙләштерә. Тәүҙә был фермент сабыйҙарҙа ғына булған, ләкин ҡайһы бер кешеләрҙә «дефект» булып, ғүмере буйы ла ошо ферментты йөрөтә башлаған.
* Һыйыр еленендә 11-ҙән 23 литрға тиклем һөт була.
* Кәзә һөтө фета, каприно һәм рокамадур кеүек чортлы сырҙарҙы етештереү өсөн йышыраҡ ҡулланыла.
* Францияла ғына түгел, борон илебеҙҙә лә, һөт әсемәһен өсөн, көршәктәргә тере баҡа төшөрөлгән.
* Һөт 85-95 процент һыуҙан тора. Ҡалған өлөшө - витаминдар, аҡһым, май һәм углеводтар. Ләкин ошо ғына өлөш матдәләр ҙә һөттә һәйбәт комплекс барлыҡҡа килтереп, уны бик файҙалы эсемлеккә әйләндерә.
* Дөйө һөтө әсемәй. Был хайуандың һөтөндә С витамины бик күп, шуға ла уны һыйыр һөтөнә аллергия булған кешеләр ҙә рәхәтләнеп эсә.
* Кеше организмы һөттө махсус фермент ярҙамында ғына үҙләштерә. Тәүҙә был фермент сабыйҙарҙа ғына булған, ләкин ҡайһы бер кешеләрҙә «дефект» булып, ғүмере буйы ла ошо ферментты йөрөтә башлаған. Тора-бара организмы һыйыр һөтөн үҙләштерә алған кешеләр һаны артҡан. Шуныһы ҡыҙыҡ - Америка, Автсралия һәм Көнсығыш Африка аборигендарында, ҡытайҙарҙа, Себерҙең аҫаба халҡында был ген һаман барлыҡҡа килмәгән тип әйтерлек.
* Ҡытайҙарҙың буйға бәләкәй булыуында тап һөттө аҙ эсеү сәбәпсе, тип билдәләнә, шуға ла улар был кәмселектәрен бөтөрөү өсөн һөт менән дуҫлашырға тырыша. Әммә өйрәнеп кенә китә алмайҙар.