газета "Салауат"
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Июнь 2020, 10:45

Путин: рәсәйҙәрҙең күпселеге Конституцияларға төҙәтмәләрҙе хуплай

Рәсәй халҡының абсолют күпселеге Конституцияға төҙәтмәләрҙе хуплай, тип иҫәпләй ил Президенты Владимир Путин. Был хаҡта ул Рәсәй көнөнә арналған тантанала белдерҙе.

Рәсәй халҡының абсолют күпселеге Конституцияға төҙәтмәләрҙе хуплай, тип иҫәпләй ил Президенты Владимир Путин. Был хаҡта ул Рәсәй көнөнә арналған тантанала белдерҙе.
- Беҙҙең бөтәбеҙгә лә дөйөм тарихи код һалынған, хеҙмәт кешеһенә һәм Ватан һаҡсыһына, күп быуатлыҡ тарихыбыҙға, йолаларыбыҙға һәм мәҙәниәтебеҙгә ихтирам һис шикһеҙ, - тине Владимир Путин. - Шуның өсөн Рәсәй Конституцияһына нигеҙле булған принциптарҙы индереү тәҡдимдәре йыш яңғыраны.
Президент шулай уҡ ата-әсәләрҙе һәм ғаиләне хөрмәт итеү, Тыуған илгә һөйөүҙе һәм ил сиктәренең тотороҡлолоғон иң мөһим ҡиммәттәр тип атаны.
Унан алда Путин тәүгә Рәсәй көнөнә флагты күтәреү тантанаһында ҡатнашты. Һуңынан рәсәйҙәрҙе байрам менән ҡотланы. Шулай уҡ президент Хеҙмәт геройҙарының алтын миҙалдарын тапшырҙы.
#ВладимирПутин
Фото: Алексей Никольский / РИА Новости
Читайте нас: