Билдәле блогер Рөстәм Нәбиев ни өсөн аяҡтарын юғалтыуын һәм һәр төрлө уйҙың тормошҡа ашыу ихтималлығы хаҡында фекерҙәре менән бүлешә. Егет Омскиҙа казарма емерелгән ваҡытта мөғжизә менән тере ҡала, әммә ике аяғын юғалта. Тормошомдағы был ваҡиғанан һуң мин уйҙарымды, фекерҙәремде һәм башымда барлыҡҡа килгән картиналарҙы контролләй башланым. Был бик мөһим, ти ул.
Ул үҙенең элекке тормошондағы бер хәлде иҫкә төшөрә һәм тап ул был аяныслы бәләгә алып килгәндер тип уйлай.
Егет армияға тиклем Бәйләнештә айырым альбомда үҙе тиңләшергә теләгән һәм ғорурланған кешеләрҙең фотоларын йыйыуын иҫкә төшөрә. Улар араһында аяҡһыҙ ҡалған, әммә быға ҡарамай протезға баҫып артабан тормош көтөүсе ир-геттәр ҙә булған. Аңлайһығыҙмы, бәлки мин уйым менән улар кеүек булырға теләгәнмендер. Был сигнал Йыһанға китеп, әйләнеп ҡайтҡандыр. Һәм бөгөн мин үҙем дә шундай кеше. Бындай ҡаты дәрестән һуң мин уйҙарымды, фекерҙәремде һәм башымда барлыҡҡа килгән картиналарҙы контролләй башланым. Был бик мөһим, ти ул.
Рөстәм шулай уҡ фажиғәнән һуң тормошоноң тәүге айҙарын да иҫкә төшөрә. Аяҡһыҙ ҡалыуын аңлағанадан һуң, хыялыйҙар була яҙа, шул саҡ ыңғай нимәләрҙе күҙ алдына килтерә башлай: яратҡан ҡыҙына тәҡдим яһау, ҡыҙының тыуыуы, хатта һауыҡҡандан һуң йөрөйәсәк билдәле машина маркаһын да.
Блогер белдереүенсә, уның барыһы ла килеп сыға. Ысынлап та, Рөстәм бөгөн яратҡан ҡыҙы менән бергә донъя көтә, уларҙың ике ҡыҙы үҫә, хатта шәп кенә машинаһы ла бар. Ул актив рәүештә спорт менән шөғөлләнә, тормош иптәшенә хужалыҡ алып барыуҙа ярҙам итә, Инстаграмда үҙ блогын алып бара.