газета "Салауат"
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Июнь 2020, 21:25
Ултырғыс ғүмерҙе ҡыйған...
Ошо көндәрҙә Әбйәлил районы ауылдарының береһендә ысын мәғәнәһендә ҡанлы фажиғә булған.
Ошо көндәрҙә Әбйәлил районы ауылдарының береһендә ысын мәғәнәһендә ҡанлы фажиғә булған.
“Комсомольская правда ” порталы хәбәр итеүенсә, шәхси йорттарҙың береһендә төндә 53 йәшлек ирҙең йәнһеҙ кәүҙәһе табылған. Хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре асыҡлауынса, ул үлер алдынан танышының йортонда кәйеф-сафа ҡорған, алкоголле эсемлектәр ҡулланғандар.
Ултыра торғас, ир бергә көн иткән ҡатыны менән әрләшеп киткән. Ыҙғыш һуғышҡа күскән, ҡыҙып алған ир ҡатынды туҡмай башлаған. Уныһы ла бирешмәгән һәм яуап итеп ҡулына ултырғыс алған да бер нисә тапҡыр ныҡ итеп һуҡҡан.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ир урында уҡ һәләк булған. Ҡатын ғәйебен таныған. Уға был ҡылығы өсөн закон алдында яуап бирергә тура киләсәк.
Фото: 1ul.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
("Башҡортостан" гәзите сайтынан).
Читайте нас: