газета "Салауат"
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Июнь 2020, 22:10

Холҡоңдоң көслө яғы (Тест)

Йәшерен һәләттәрегеҙҙе асыҡларға теләһәгеҙ, түбәндәге һорауҙарға яуап бирегеҙ.

Йәшерен һәләттәрегеҙҙе асыҡларға теләһәгеҙ, түбәндәге һорауҙарға яуап бирегеҙ.
  1. Эш урының яу яланына оҡшаш. Быға нисек ҡарайһың?
  2. а) тәртипкә килтерәм (3 мәрәй);
    б) иғтибар итмәйем (2 мәрәй);
    в) хеҙмәттәштәремдән ярҙам һорайым (1 мәрәй);
    1. Дуҫтарығыҙ менән нисек ял итеүҙе хуп күрәһегеҙ?
    2. а) һөйләшеп ултырыуҙы (2 мәрәй);
      б) кафеға барып ултырыуҙы (1 мәрәй);
      в) тәбиғәткә сығып, байрам итеүҙе (3 мәрәй).
      3) Аҡсаң булһа,
      а) хыялыңдағы йортоңдо һалыр инең (2 мәрәй);
      б) донъя тирәлйә сәйәхәткә сығыр инең (1 мәрәй);
      в) берәй файҙалы эшкә тотонор инең (3 мәрәй).
      1. Ошо һөнәрҙәрҙең ҡайһыһы һинең өсөн иң мауыҡтырғысы?
      2. а) инженер (1 мәрәй);
        б) модельер (2 мәрәй);
        в) сәйәхәтсе (3 мәрәй);
        1. Ниндәй сифатты иң насары тип иҫәпләйһең?
        2. а) рәхимһеҙлек (1 мәрәй);
          б) эгоизм (3 мәрәй);
          в) мыжыҡлыҡ (2 мәрәй).
          Ял көнө ямғыр яуа, нимә эшләйһегеҙ?
          а) йоҡлайым (3 мәрәй);
          б) телефондан һөйләшәм (1 мәрәй);
          в) өй эштәре менән булам (2 мәрәй).
          6-9 мәрәй. Һеҙҙең иң көслө һыҙатығыҙ – ул аралашыусанлыҡ. Һәр саҡ кеше араһында булыуҙан, яңы танышлыҡтан ләззәт алаһығыҙ. Дуҫтарығыҙ бик күп, бер ваҡытта ла төшөнкөлөккә бирелмәйһегеҙ.
          10-14 мәрәй. Яңынан-яңы үҙенсәлекле уй-ниәттәр башығыҙҙа тыуып ҡына тора. Байрам ойоштороу, бүләкте үҙ ҡулығыҙ менән эшләү һеҙҙең өсөн ҡыйын түгел. Яҡындарығыҙға күңел йылыһын йәлләмәйһегеҙ.
          15-18 мәрәй. Һеҙҙе кешеләрҙең күпселеге өсөн ят булған хәл-ваҡиғалар ылыҡтыра. Хатта иң ҡатмарлы мәсьәләне лә хәл итеү юлын мотлаҡ табаһығыҙ. Ҡыйынлыҡтарҙы еңеү – һеҙҙең төп һыҙат.
          Читайте нас: