Йәйге эҫе көндәр башланды. Был ваҡытта тиҙ тамаҡ кибә, ниҙер эсеп алғы килә. Ябай һыу иң файҙалыһы, әлбиттә. Һыуһынды ҡандырыу өсөн башҡа төрлө эсемлектәрҙе үҙебеҙ әҙерләп эсһәк тә була.
80 гр арыш икмәге, 2 аш ҡалағы шәкәр, 3 гр сүпрә, 12 стакан һыу кәрәк. Туралған икмәкте ҡоро табала йә мейестә алтын төҫкә ингәнсе ҡыҙҙыралар. Уға ҡайнаған эҫе һыу һалып 4 сәғәткә ҡалдыралар. Һуңынан һөҙөп, шәкәр һәм алдан йылы һыуҙа иретелгән сүпрәне ҡушалар ҙа йылы урынға 8 сәғәткә ҡуйып торалар. Әҙер кәҫте һыуытҡыста һаҡлайҙар.
1-1,5 кг алма, 5 л һыу, 1-2 стакан шәкәр, 5-10 гр сүпрә кәрәк. Туралған алманы һыуҙа ҡайнатабыҙ. Һыуытып һөҙәбеҙ. Шәкәр һәм сүпрә өҫтәп (лимон йә әфлисун тышын да өҫтәргә була), 1-2 көнгә йылы урынға ҡуябыҙ.