Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Июнь 2020, 10:35

Радий Хәбиров Башҡортостандың социаль хеҙмәткәрҙәрен бүләкләне

8 июндә, Өфөлә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров республиканың социаль өлкә хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырҙы. Тантаналы сара һөнәри байрам – Социаль хеҙмәткәр көнө уңайынан ойошторолдо.

8 июндә, Өфөлә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров республиканың социаль өлкә хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырҙы. Тантаналы сара һөнәри байрам – Социаль хеҙмәткәр көнө уңайынан ойошторолдо.
«Һуңғы аҙналарҙа табиптар ҙа, ирекмәндәр ҙә, социаль хеҙмәткәрҙәр ҙә кешеләрҙең һаулығын һаҡлау өсөн көрәштең алғы сафында, – тине республика етәксеһе. – Әле беҙ кисергән хәл һәм шарттар айырым көс һәм ресурстар талап итә. Һеҙгә тиҙ арала яңы шарттарға яраҡлашып эшләй алғанығыҙ өсөн ысын күңелдән рәхмәт белдерәм».
Республика башлығы социаль хеҙмәткәрҙәргә һөнәрҙәренә тоғролоҡ өсөн рәхмәт әйтте, уларға ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм еңел булмаған, ләкин ныҡ кәрәкле эштәрендә уңыштар теләне.
Республика башлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, Радий Хәбиров ҡатнашлығындағы барлыҡ саралар Роспотребнадзор һәм Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының ғәмәлдәге тәҡдимдәре сиктәрендә уҙғарыла. Атап әйткәндә, биналарҙа һауа даими зарарһыҙландырыла һәм дезинфекция үткәрелә, был тулыһынса санитар эпидемиологик хәүефһеҙлекте тәьмин итә. 1,5 метрлыҡ социаль дистанцияны үтәү ҙә мотлаҡ. Ошо шарттарҙы үтәгәндә бинала битлекһеҙ йөрөргә мөмкин. Шулай уҡ Радий Хәбировтың көн һайын коронавирус инфекцияһына тест тапшырыуы билдәләнә.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Фото: Башҡортостан Республикаһы Башлығы сайты
Читайте нас: