газета "Салауат"
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Июнь 2020, 10:45

Милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа яҡшы күрһәткестәргә ирешелгән

Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә ваҡытында республика Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры – Хөкүмәт аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса ҡуйылған бурыстар планға ярашлы үтәлә, тип белдерҙе.

Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә ваҡытында республика Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры – Хөкүмәт аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса ҡуйылған бурыстар планға ярашлы үтәлә, тип белдерҙе.
– 2020 йылға милли проекттарҙы тормошҡа ашарыу өсөн бүленгән аҡса күләме 31,1 миллиард һум тәшкил итә. Уларҙың 20 миллиард һумы федераль бюджеттан. Финанслау кимәле буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында Һамар өлкәһенән ҡала икенсе урында, – тине Илшат Азамат улы.
Яҡшы күрһәткестәргә “Демография”, “Мәҙәниәт”, “Һаулыҡ һаҡлау”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ” милли проекттарында өлгәшелгән. Мәҫәлән, беренсе бала, шулай уҡ өсөнсө һәм унан һуңғы балалар тыуыу өсөн айлыҡ түләүҙәрҙе 20 меңдән ашыу ғаилә ала. Бушлай ЭКО программаһы арҡаһында 700-ҙән ашыу балаһы булмаған ғаилә сабыйлы булыу шатлығын кисерҙе. Дауалау учреждениелары үҙҙәренең матди-техник базаларын нығыта, заманса медицина ҡорамалдары ала.
“Мәғариф” милли проекты шулай уҡ яҡшы күрһәткестәргә ирешелгән.
Мәҫәлән, Нуриман районының Беренсе Май ауылында 60 урынлыҡ мәктәп һәм 20 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөлә. Шаран районының Шаран ауылында 1-се урта мәктәп бинаһына 250 урынлыҡ төкәтмә һәм 250 урынлыҡ ашхана эшләйҙәр. 2021 йылда Нефтекама ҡалаһының 24-се биҫтәһендә 1225 урынлыҡ мәктәп һалынасаҡ.
“Мәғариф” милли проекты ярҙамы менән быйыл “Үҫеш нөктәһе” профиле буйынса 42 һанлы һәм гуманитар үҙәк асыласаҡ. 101 дөйөм белем биреү учреждениеһында һанлы мәғариф мөхите маҡсатлы моделе индереләсәк, шулай уҡ балалар өсөн «IT-куб» һанлы белем биреү үҙәге барлыҡҡа киләсәк.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Читайте нас: