Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Июнь 2020, 10:55

Кешеләрҙең үҙ һаулығына яуапһыҙ ҡарауы борсой

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, был аҙнала коронавирус буйынса юғары әҙерлек режимын йомшартыу көтөлмәй. "Күреп торабыҙ, хәлдәр шәптән түгел. Артабан да режимды йомшартыу тураһында һүҙ ҙә булырға тейеш түгел, һорамағыҙ ҙа", тине ул.

«Беҙ вахтасыларҙың иркен йөрөүе сәбәпле 65 йәштән өлкәндәр араһында сирлеләрҙең артыуын теркәй башланыҡ», — тине республика етәксеһе хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә.
Төбәк башлығы фекеренсә, йәмәғәт транспортында һәм сауҙа үҙәктәрендә кешеләр башлыса битлек һәм бирсәткәләр режимын теүәл үтәй. Ә бына парк һәм скверҙарҙа проблемалар бар. Унда йөрөгән кешеләрҙең 10 проценты ла кеймәй. Радий Фәрит улы артабан да патрулдәрҙе көсәйтергә, кешеләрҙе мотлаҡ битлек кейергә өгөтләргә ҡушты.
Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, үткән аҙнала кешеләрҙең күпләп мәжлестәргә йыйылыуы, урмандарға сығыуы теркәлгән. Шуға күрә сирлеләр һаны киреһенсә арта.
Фото: kirov-portal.ru
Читайте нас: