Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Июнь 2020, 10:30

Башҡортостандың беренсе президенты COVID-19 йоҡторғанмы?

Башҡортостан Республикаһының беренсе президенты Мортаза Рәхимов сирләп киткән һәм дауаханаға ятҡан. Коронавирус инфекцияһына шик булған. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына сығанаҡ хәбәр итте.

Башҡортостан Республикаһының беренсе президенты Мортаза Рәхимов сирләп киткән һәм дауаханаға ятҡан. Коронавирус инфекцияһына шик булған. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына сығанаҡ хәбәр итте.
Әңгәмәсе һүҙҙәренсә, республиканың элекке етәксеһенең хәле уртаса ауырлыҡта тип баһалана. Мортаза Рәхимов табиптар күҙәтеүендә.
Күреү һәләтемде дауаланым, тине ул ProUfuбаҫмаһына. ОРВИ билдәләре булыуы сәбәпле коронавирусҡа анализ алынған. Сир раҫланмаған. Компьютер томографияһы аҙ ғына пневмония билдәләрен күрһәткән.
«Башинформ» агентлығы комментарий алыу өсөн «Урал» хәйриә фондына (Мортаза Рәхимов уның рәйесе булып тора) шылтыратты, ләкин телефонды бер кем дә алмай.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: