Йондоҙнамә
(1-7 июнь)
Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Ылаҡтар был осорҙа матди хәлдәрен яҡшыртыуға ирешә алыр. Аҙна уртаһы модалы кейем, ювелир биҙәүестәр һатып алыу өсөн ҡулай. Һәр эштә икенсе яртығыҙ менән кәңәшләшегеҙ. Аппетитығыҙ шәп булыр, әммә артыҡ ауырлыҡ йыйыуҙан һаҡланығыҙ.
Буға (21.04 – 21.05)
Дүшәмбенән алып буғаларҙың кәйефе күтәренке булыр. Сөнки һеҙҙең күптәнге хыялдарығыҙ тормошҡа ашыр. Ҡатмарлы мәсьәләләрҙе лә хәл итергә тура килер. Һөйгәнегеҙ менән мөнәсәбәттәр асыҡлар ваҡыт түгел. Туғандарығыҙға ярҙам итегеҙ.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Тап ошо осорҙа һеҙгә мөһим ҡарар ҡабул итергә тура килер. Шулай ҙа ҙур аҡса сығымдарына юл ҡуймағыҙ. Был көндәрҙә ғаиләгеҙ менән ҡаланан ситкә юлланырһығыҙ. Икенсе яртығыҙға романтик кис бүләк итегеҙ, ул быны баһалар.
Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Ныҡлы уйлап, пландарығыҙҙы тормошҡа ашыра башлағыҙ - барыһы ла килеп сығыр. Яңы белем, һөнәр үҙләштереү ҙә бик еңел бирелер. Өйҙә тәртип булдырырһығыҙ, кәрәкмәгән әйберҙәрҙе сығарып ташлау хәйерле. Яҡындарығыҙ менән бәхәсләшмәгеҙ.
Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Арыҫландарға яҙмыш карьера баҫҡысы буйлап күтәрелеүгә мөмкинлек бирер. Ижади һәләтегеҙҙе күрһәтеү өсөн дә бик яҡшы мәл. Интернет аша яңы дуҫтар табырһығыҙ. Ял көндәрендә өйҙә ҡалмау хәйерлерәк, ыҙғыш сығыуы бар.
Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Йондоҙҙар ҙур эштәргә тотонмаҫҡа кәңәш итә. Коллегаларығыҙ менән дә конфликтҡа инмәҫкә тырышығыҙ. Һөйгәнегеҙ менән мөнәсәбәттәр юғары кимәлгә күтәрелер. Яҡындарығыҙ менән сәфәргә сығырһығыҙ. Аҡсағыҙҙы әлегә экономиялағыҙ.
Үлсәү (24.09 – 23.10)
14-16 июндә һеҙҙең тормошоғоҙҙо төптән үҙгәртерҙәй ваҡиға булыуы ихтимал. Ниндәйҙер һынауҙар үтеү өсөн был аҙна иң уңышлыһы булыр. Баларығыҙ әҙерәк йәнегеҙҙе көйҙәрәп алыр. Һаулығығыҙҙы контролгә алығыҙ, медицина тикшереү үтегеҙ.
Саян (24.10 – 22.11)
Әҙ таныш булған кешеләргә ышанып бармағыҙ, тишек шоманға ултыртыуҙары мөмкин. Эре әйбер һатып алмай тороғоҙ, аҡсағыҙҙың кәрәк булыуы бар. Икенсе яртығыҙҙы урынһыҙға көнләшеү яҡшыға алып бармаҫ. Ял көндәре өй мәшәҡәттере менән үтер.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Уҡсылар үҙҙәренең торлаҡ шарттарын яҡшырта алыр. Әммә башҡа пландарығыҙ ҡыйралыр. Проблемаларҙың сәбәбен башҡаларҙан түгел, үҙегеҙҙән эҙләгеҙ. Балалар тәрбиәһенә иғтибар бүлегеҙ. Һеҙҙе тантаналы сараға саҡырыуҙары ихтимал.
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Аҙнаның тәүге яртыһы романтик юҫыҡта үтер. Танышыу, ғашиҡ булыу, хистәр яңырыу – мөхәббәттән башығыҙ әйләнер. Өҫтәмә эш йә шөғөл табырһығыҙ. Аҡса менән хәлдәр еңелдән булмаҫ. Үҙегеҙҙе яҡшы тойор өсөн, һаулығығыҙға иғтибар бүлегеҙ.
Һыуғояр (21.01 – 19.02)
Берәйһенә һүҙ бирһәгеҙ, уны үтәргә тырышығыҙ, юғиһә, проблемалар килеп тыуыр. Яҡындарығыҙ менән аралар бик һәйбәт булыр. Өйөгөҙҙө йыһазландырыуға тотонорһоғоҙ. Аҙна аҙағына ашҡаҙанығыҙ ауыртып, үҙегеҙҙе насар тойорһоғоҙ.
Балыҡ (20.02 – 20.03)
Күп ваҡытығыҙ юлда, дуҫтар менән аралашып үтер. Яңы таныштарығыҙ һеҙгә төрлө яҡлап ярҙам итер. Яратҡан шөғөлөгөҙ рухи яҡтан ҡәнәғәтлек, матди яҡтан килем килтерер. Яҡындарығыҙ менән мөнәсәттәрҙе көйләүгә һеҙ беренсе аҙым яһарға тейеш.
Фото:
goroskopp.mirtesen.ru