Рәсәй Президенты Владимир Путин премьер-министр Михаил Мишустин тәҡдим иткән ил иҡтисадын тергеҙеү планын хупланы. Дәүләт башлығы һүҙҙәренсә, хөкүмәт әҙерләгән план нигеҙ итеп алыныуы мөмкин. Уның хаҡы биш триллион һум тәшкил итә, ә иң мөһим маҡсат - граждандарға һәм зыян күргән компанияларға ярҙам итеү.
Документ 500 тирәһе пункттан тора һәм улар производство ҡеүәттәрен тулыһынса эшләтеү, тауарҙарға һорауҙы һаҡлап ҡалыуға йүнәлтелгән. План өс этапҡа иҫәпләнгән: 2020 йылдың аҙағына тиклем хәлде тотороҡландырыу, 2021 йылдың башынан хәлде тергеҙеү һәм 2021 йылдың дүртенсе кварталында үҫешкә күсеү.
- Тергеҙеү осоро аҙағына беҙ иҡтисадтың тотороҡло оҙайлы үҫеш кимәленә сығырға тейеш, - тине премьер Путин менән осрашыуҙа. Шулай уҡ ул профиль ведомстволарға эшһеҙлек менән бәйле хәлгә етди иғтибар бирергә ҡушты.
#ВладимирПутин
Фото: Алексей Никольский / РИА Новости