газета "Салауат"
-20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Июнь 2020, 10:20

Еңеүселәр билдәле

“Мәктәп - сәләмәтлек биләмәһе" Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәре билдәле булды.

“Мәктәп - сәләмәтлек биләмәһе" IV Бөтә Рәсәй конкурсының онлайн-форматта беренсе тапҡыр уҙған финалында илдең 46 төбәгенән 660-тан ашыу кеше ҡатнаша. Финал Мәскәү Халыҡ-ара белем бирү салоны сиктәрендә күрһәтелә. Был хаҡта Рәсәй Мәғариф министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Был сара “Мәғариф” милли проектының “Заманса мәктәп” федераль проектын бойомға ашырыу сиктәрендә уҙғарыла.
Конкурсанттар өс номинацияла ярыша: "Иң яҡшы сәләмәтлек һаҡлау мәктәбе", “Сәләмәтлек һаҡлау технологияларын ҡулланып иң яҡшы дәрес конспекты", "Тематик дәрестең иң яҡшы конспекты".
"Иң яҡшы сәләмәтлек һаҡлау мәктәбе номинацияһында Башҡортостандың Бөрө коррекцион интернат-мәктәбе призлы урынға лайыҡ булды. Баһалама ағзалары педагогтарҙың "Заманса мәктәп" программаһы буйынса алынған спорт комплекстары ярҙамында тәрбиәләнеүселәр менән дәрестәрҙә, дәрестән һуңғы ваҡытта күрһәткән спорт-һауыҡтырыу эштәре презентацияһын юғары баһалай. Афариндар, киләсәктә лә уңыштарға ирешергә яҙһын.

Фото: education.bashkortostan.ru
#Миллипоекттар
Читайте нас: