Конституцияға төҙәтмәләр буйынса дөйөм Рәсәй тауыш биреү көнө 1 июлдә буласаҡ, тип белдерҙе ил Президенты Владимир Путин.
Дәүләт башлығы Үҙәк һайлау комиссияһы, Роспотребнадзор һәм төбәк етәкселәренә участкаларҙа тулы хәүефһеҙлекте тәьмин итергә ҡушты.
- Әлбиттә, беҙҙең граждандарға ла улар был дөйөм Рәсәй тауыш биреүҙә актив ҡатнашһын тип мөрәжәғәт итәм, сөнки һүҙ Төп законыбыҙ - Конституция тураһында бара, ул беҙҙең илдең, беҙҙең һәм балаларыбыҙҙың тормошоноң нигеҙе булып тора, тине Путин.
Һуңынан Кремлдән хәбәр итеүҙәренсә, ил башлығы 1 июлде төҙәтмәләр буйынса тауыш биреү көнө тип билдәләү тураһында указға ҡул ҡуйған.
Бынан алда Төп законға төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреү 22 апрелгә билдәләнгәйне, әммә коронавирус инфекцияһының таралыуы арҡаһында март аҙағында Владимир Путин уны күсереү хаҡында иғлан итте.
#ВладимирПутин