Байкал аръяғы крайында хеҙмәт иткәндә енәйәт ҡылған һалдат Рәмил Шәмсетдиновҡа яңы ғәйепләү белдергәндәр – үлтерергә йыйыныу. Егеттең адвокаты ошо хаҡта белдергән.
Быға тиклем ул РФ Енәйәт кодексының 105-се статьяһы буйынса ғәйепләнә ине, ике кеше иҫән ҡалғас, ғәйепләүҙе ике өлөшкә бүлгәндәр, йәғни “үлтерергә йыйыныу” статьяһын өҫтәгәндәр.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәмил Шәмсетдинов 25 октябрҙә һигеҙ хеҙмәттәшен ата, йәрәхәтләнгән ике кеше генә иҫән ҡала. Ул мыҫҡыллауҙарға түҙә алмайса, ошо аҙымға барған. Психиатрия экспертизаһы уның иҫе-аҡылы теүәл тип таба.
Фото: телеграм-канал BAZA.