1 июндә Дмитрий Хворостовский исемендәге хәйриә фонды, Башҡортостандың юлдаш каналы һәм республиканың Мәҙәниәт министрлығы “Балалар хаҡына беҙ бергә ” (“Мы вместе ради детей”) хәйриә телемарафонын үткәрә.
Дмитрий Хворостовский исемендәге хәйриә фонды киҫкен дауалау талап ителгән балаларға ярҙам итә. Проект ойошторолғандан алып балаларҙы дауалау өсөн 70 000 000 һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгәнн, Рәсәйҙең төрлө төбәгенән 200-ҙән ашыу ауыр сирләүсе бала Русфонд ҡатнашлығында ярҙам алған.
1 июндә Башҡортостандың юлдаш каналы тамашасыларын опера һәм эстрада йондоҙҙары ҡатнашлығында концерт көтә. Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡов, Башҡортостандың, Татарстандың халыҡ артисы, Башҡортостан Халыҡтары Дуҫлығы ордены кавалеры, данлыҡлы опера йырсыһы Илдар Абдразаҡов, "Ковент-Гарден” Королева операһы солисты Айгөл Әхмәтшина, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Артур Нәзиуллин, “Премьер” төркөмө, “Голос” шоуы ҡатнашыусылары Рушана Вәлиева һәм Наҙгөл Отузова, Ҙур театр солисты, опера йырсыһы Анна Аглатова, Станиславский һәм Немирович-Данченко исемендәге Мәскәү музыкаль театры солисты, Рәсәйҙең һәм Абзазияның халыҡ артисы Хибла Герзмава, СССР-ҙың һәм Украинаның халыҡ артисы , “ЮНЕСКО донъяһы артисы”, “Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн“ орденынынң тулы кавалеры Владимир Спиваков, “Лучше всех” шоуы ҡатнашыусыһы Роман Мөслимов, Дмитрий Крюков етәкселегендәге Башҡортостандың Милли симфоник оркестры республика халҡы өсөн концерт программаһы менән сығыш яһай.
Бергәләп ошо балаларға ярҙам итеү мөмкинлеге бар:
1. Марк Терентьев, 7 йәш; диагнозы – үҙәк нервы системаһының резидуаль-органик боҙолоуы, шәхестең аутистик тайпылышы; курслы дауалау талап ителә.
Миша Манулин, 8 йәш, диагнозы – психик үҫеш тотҡарланыуы, шәхестең аутистик тайпылышы; курслы дауалау талап ителә. Валя Рувенная, 9 йәш; диагнозы – балалар церебраль фалижы, тетрапарез, дауалау талап ителә. Изге эшкә һәр кем ҡушыла ала! Ситтә ҡалмағыҙ! Бөгөн 19.00 сәғәттә Башҡортостан юлдаш каналын ебәрегеҙ!