Йәйҙең тәүге һәм шулай уҡ бөгөн билдәләнгән Балаларҙы яҡлау көнөндә Салауатта фонтандар эшләй башланы. Салауаттарға шатлыҡ бүләк итеүсе фонтандарҙы эшләтеп ебәреү барышы менән ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов та танышты.
Ул Салауатта шундай зауыҡлы урындар булыуын билдәләп үтте. Ә иң мөһиме халыҡ, бигерәк тә балалар был күренешкә ҡыуанды.
«Бөгөн фонтандарҙы асабыҙ. Тормош дауам итә, ләкин һаҡланыу саралары тураһында онотмағыҙ – хәүефле инфекция менән даими көрәштә йәшәргә өйрәнәбеҙ», — тип иҫкә төшөрҙө Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә.