Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Июнь 2020, 23:08

Бөгөн – I Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы асылған көн

Бынан теүәл 25 йыл элек, 1995 йылдың 1-2 июнендә Өфөлә I Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үтә. Был сара Башҡортостан ғына түгел, бөтә Ер шарына таралған милләттәштәребеҙ тормошонда, дөйөм башҡорт мөхитендә ҙур ваҡиға була.

Бынан теүәл 25 йыл элек, 1995 йылдың 1-2 июнендә Өфөлә I Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үтә. Был сара Башҡортостан ғына түгел, бөтә Ер шарына таралған милләттәштәребеҙ тормошонда, дөйөм башҡорт мөхитендә ҙур ваҡиға була.
Унда республиканың һәр ҡала һәм районынан, Рәсәйҙең ун республикаһы һәм 18 өлкәһенән, ете яҡын сит ил дәүләтенән, шулай уҡ Венгрия, Германия, Ҡытай, Перу, Польша, АҠШ, Төркиә, Финляндия, Швейцария һәм Көньяҡ Африка Республикаһынан бөтәһе 806 вәкил ҡатнаша. Ҡоролтай барышында ун йүнәлеш буйынса ҡорҙар үтә. Башҡорттарға, Башҡортостан Республикаһы халҡына, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға, донъя дәүләттәренә, Берләшкән Милләттәр Ойошмаһына мөрәжәғәттәр ҡабул ителә.
Ҡоролтай тарафынан ҡабул ителгән ҡарарҙарҙы тормошҡа ашырыу өсөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты булдырыла. Уның тәүге рәйесе итеп билдәле йәмәғәт эшмәкәре, ғалим, тарих фәндәре докторы профессор Нияз Мәжитов һайлана.
Нияз Абдулхаҡ улы етәкселегендәге комитет ҡоролтайҙың эшмәкәрлеген власть органдары менән көйләү, урындарҙа төбәк, район, ҡала ҡоролтайҙары булдырыу йәһәтенән ҙур эш башҡара.
Артабан төрлө йылдарҙа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитетына Ә.М. Сөләймәнов, Р.Т. Аҙнабаев, А.З. Ғәлин, И.З. Солтанморатов, М.Х. Йосопов, Р.Т. Аҙнабаев, Ә.М. Ишемғолов, Д.Ә. Ғәйнуллин, И.Х. Юлдашев етәкселек итә. Бөгөн Башҡарма комитет етәксеһе вазифаһын Ғ.М. Яҡупов башҡара. 2019 йылдың 27-29 июнендә уҙған IV Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында беренсе тапҡыр ҡоролтай президумы индерелә һәм уның ағзалары һайлана. Президиум рәйесе вазифаһы Э.Р. Айытҡоловаға ышанып тапшырыла.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эшмәкәрлегенә ике тиҫтә йыл элек әүҙем ҡушылған йәмәғәтсе, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина бына ниндәй фекерҙәре менән уртаҡлашты.
- Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты составында 2000-2015 йылдарҙа эшләргә тура килде. Биш йыл дауамында баш ҡаланың Киров районы башҡорттары ҡоролтайына етәкселек иттем. Ҡоролтайҙың йәштәр сәйәсәте, ҡатын-ҡыҙҙарҙың ижтимағи хәрәкәте, йәмәғәт ойошмалары һәм милли-мәҙәни үҙәктәр менән бәйле эшмәкәрлегенең уртаһында ҡайнау, әлбиттә, ҙур тормош мәктәбе булды. Марсель Йосопов етәкселек иткән осорҙа Башҡорма комитеттың төп проекттарын ғәмәлгә ашырыуҙа ҡатнаштым. Билдәле башҡорт батыры Харис Йосоповтың улы булараҡ, ул йәш быуынға патриотик тәрбиә биреү, уларҙы сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыу, милли көрәште үҫтереүгә айырыуса ҙур әһәмиәт бирҙе. Был йүнәлештә башлап ебәргән эшмәкәрлегебеҙ ысын халыҡ акцияһына әйләнде. Унда 25 меңдән ашыу кеше, 200-ләп мәктәп һәм йәштәр үҙәктәре ҡатнашты. Акция барышында республика буйынса 50-нән ашыу турнир, беренселек, семинарҙар һәм оҫталыҡ дәрестәре үткәрелде. Өфөлә көрәш буйынса Донъя кубогы, ә Салауатта Донъя кимәлендәге чемпионат уҙғарыуға өлгәштек, унда ҡырҡтан ашыу ил вәкиле ҡатнашты. Әлеге акция һөҙөмтәһендә 200-ҙән ашыу ауыл мәктәбенә көрәш өсөн келәмдәр тапшырылды. Әлбиттә, был сара ҡоролтайҙың киң даирәле эшмәкәрлегенең бер генә йүнәлеше булды. Башҡорттарҙың һәм республикабыҙҙан ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙҙең берләшеүенә ярҙам итеүҙе, башҡорт телен һаҡлауҙы һәм үҫтереүҙе, башҡорттарҙың социаль-иҡтисади хәлен, рухи-мәҙәни тормошон яҡшыртыуҙы, дуҫлыҡты һәм милләт-ара татыулыҡты нығытыуҙы маҡсат итеп алған ойошма ошо йылдар эсендә халҡыбыҙ мәнфәғәтендә бихисап матур эштәр башҡарҙы һәм башҡара килә. Киләсәктә лә ул ошо изге маҡсаттарға арымай-талмай хеҙмәт итһен, - тине Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы.
Фото: Г. Ҡолһаринаның шәхси архивынан.
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова ("Башҡортостан" гәзитенән) https://bash.rbsmi.ru/articles/bash-ort-donya-y/B-g-n--I-B-t-donya-bash-orttari-oroltayi-asil-an-k-n-298638/
Читайте нас: