Был объектта капиталь ремонт уҙған йылдың июнендә башланды. Әлеге ваҡытта унда эштәр тулы ҡеүәттә бара. Ремонтҡа аҡса республика адреслы инвестицион программа сиктәрендә бүленә. Бөгөнгө көнгә барлыҡ инженер селтәрҙәре, тәҙрәләр алыштырылған, бинаның фасады йылытылған, ҡыйыҡ ремонтланған, лифт шахталары төҙөкләндерелгән. Әлеге ваҡытта дөйөм төҙөлөш эштәре бара, корпусҡа инә торған урын һәм уның тирә-яғы төҙөкләндерелә. Контракт буйынса эштәр 2020 йылдың ноябрендә тамамланырға тейеш, әммә подряд ойошмаһы уны алданыраҡ та тамамларға ниәт итә. “Төҙөкләндереү барышы менән ҡәнәғәтмен. Был йыһазландырыу һәм уңайлылығы буйынса бөтә талаптарға яуап биргән иң заманса медицина бүлеге буласаҡ. Салауат халҡы быны баһалар, тип ышанам”, - тине Игорь Геннадьевич.