газета "Салауат"
-20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Май 2020, 22:55

Ҡыҙғаныс,беҙ быны уларҙы юғалтҡас ҡына аңлайбыҙ

Һәр кем өсөн тыуған ере, тыуған йорто үтә ҡәҙерле. Атай менән әсәй бар сағында унда йышыраҡ ҡайтырға, уларҙы ҡулдан килгәнсә ҡәҙерләргә кәрәклеге хаҡында күпме йырҙар, шиғырҙар яҙыла. Бигерәк тә тыуған нигеҙҙәре бушап ҡалғандарҙың яҙмалары күңелдең иң нескә ҡылдарына тейә. Популяр йырсы Әнүәр Нурғәлиев та үҙенең әсәһен юғалтҡас, тыуған йортоноң ишегенә йоҙаҡ эленеүе, уның етемһерәп ҡалыуы хаҡында социаль селтәрҙә тетрәндергес итеп яҙа. Беҙ нигеҙебеҙгә ҡайтабыҙ, ләкин унда элекке йылылыҡ юҡ, алтын менән тышлаһаң да, үткәндәрҙе ҡайтарып булмай, ти ул.

“Яңғыҙ нигеҙ. Тормошта бер миҙгел эсендә барыһы ла үҙгәреүе мөмкин икән. Киләсәккә пландар ҡороу ҙа мөмкин түгел. Бына 10 йыл элек кенә беҙҙең йорт бөтөнләй башҡаса ине. Әсәйем менән атайым лайыҡлы тормош көтһөн, уларҙың тормошо уңайлы булһын өсөн өйөбөҙҙө матурларға тырыштым. Тик бер миҙгелдә ул бер кемгә лә кәрәкмәҫ булып ҡалды. Эйе, беҙ нигеҙебеҙгә ҡайтабыҙ, ләкин унда элекке йылылыҡ юҡ, алтын менән тышлаһаң да, үткәндәрҙе ҡайтарып булмай... Донъя бөтөнләй үҙгәрҙе, бөтә нимә әйләнде. Әсәй - ул ябай әсәй генә түгел икән, быны аңлатып биреү мөмкин түгел, ул ел-дауыллы тормоштоң маяғы, изгелекте, әҙәплелекте сағылдырыусы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙ быны уларҙы юғалтҡас ҡына аңлайбыҙ шул. Әсәйҙәрегеҙҙе һаҡлағыҙ, ҡәҙерҙәрен белегеҙ!” - тип яҙа йырсы.
Фото:https://vk.com/anvarnurgaliev?z=photo-33777120_457249796%2Fwall-33777120_50823
Читайте нас: