газета "Салауат"
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Май 2020, 21:25
Республикала яҙҙың һуңғы ял көндәрендә эҫе була
Яҙҙың һуңғы ял көндәрендә Башҡортостанда эҫе һауа торошо фаразлана. Һауа 30 градусҡаса йылына. Яуым-төшөм көтөлмәй.
Яҙҙың һуңғы ял көндәрендә Башҡортостанда эҫе һауа торошо фаразлана. Һауа 30 градусҡаса йылына. Яуым-төшөм көтөлмәй.
Шәмбе, 30 майҙа, һауа температураһы төндә +8,+13, көндөҙ +23,+28 градус була.
Йәкшәмбе, 31 майҙа, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе ихтимал. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән талғын, йәшен ваҡытында көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +9,+14 градус. Көндөҙ термометр бағанаһы +20,+25, республиканың көньяғында +30 градусҡа тиклем күтәрелә.
Дүшәмбе, 1 июндән, эҫе һүрелә башлай. Йәйҙең тәүге көндәрендә синоптиктар бер аҙ ямғыр вәғәҙәләй. Төндә һауа температураһы +6, көндөҙ +14,+15 градус була. Киләһе ял көндәренә йәйге эҫе әйләнеп ҡайта.
http://www.bashinform.ru/news/1456003-v-bashkirii-poslednie-vesennie-vykhodnye-budut-zharkimi/
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"