Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Май 2020, 10:20

Эшһеҙлек буйынса пособиеның минималь күләме арта

РФ Президенты Владимир Путин 1 майҙан эшһеҙлек буйынса пособиеның минималь күләмен 4,5 мең һумға арттырыу тураһында тәҡдимде хупланы, ул 1 авгусҡа тиклем түләнәсәк.

РФ Президенты Владимир Путин 1 майҙан эшһеҙлек буйынса пособиеның минималь күләмен 4,5 мең һумға арттырыу тураһында тәҡдимде хупланы, ул 1 авгусҡа тиклем түләнәсәк.
- Мәшғүллек үҙәгенә раҫланған килеме, хеҙмәт урынында тейешле стажы булмаған йәки бөтөнләй эшләүе рәсмиләштерелмәгән граждандар мөрәжәғәт итә. Был осраҡта уларға эшһеҙлек буйынса пособиеның минималь күләме - 1,5 мең һум ҡаралған, - тине Путин хеҙмәт баҙарындағы хәл буйынса кәңәшмәлә. - Әлбиттә, был әҙ, мин һеҙҙең менән килешәм, коллегалар, бындай кешеләр шулай уҡ әлеге ваҡытта ярҙамға мохтаж. Шуның өсөн әйҙәгеҙ 1 майҙан, йәғни артҡы дата менән, эшһеҙлек буйынса пособиеның минималь күләмен өс тапҡырға - 4,5 һумға тиклем күтәрәйек. Ошондай күләмдә ул өс ай буйына, 1 авгусҡа тиклем түләнәсәк.
#ВладимирПутин
Фото: politinform.su
Читайте нас: