Бөгөн, 28 майҙа, видеоконференцэлемтә рәүешендә Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында”ғы республика Законын тормошҡа ашырыу комиссияһының эш кәңәшмәһе үткәрелә.
Сарала дәүләт власы органдары, милли-мәҙәни һәм йәмәғәт, фәнни-белем биреү ойошмалары вәкилдәре ҡатнаша. Шуны ла билдәләп үте мөһим, сара һуңғы бер нисә йыл эсендә тәүге тапҡыр уҙғарыла. Комиссияның яңы составы Башҡортостан Хөкүмәтенең 17 апрелдәге ҡарары менән раҫланды. Уның эшенә Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Фәнүр Йәғәфәров етәкселек итә.
Кәңәшмәлә комиссияның эш планы проектын, шулай уҡ уның составына ингән Терминология һәм Топонимия хеҙмәттәре эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәрен тикшереү планлаштырыла.
План проектына республика һәм муниципаль кимәлдәге оператив кәңәшмәләрҙе, ултырыштарҙы синхрон тәржемәләү ярҙамында ике дәүләт телендә үткәреүҙе тәьмин итеү, социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостан халыҡтары телдәрен танытҡан видеояҙмаларҙы таратыуға методик ярҙам, муниципаль комиссиялар өсөн методик тәҡдимдәр төҙөү, “Дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү” дәүләт программаһы сараларын тормошҡа ашырыу йомғаҡтарын, шулай уҡ республика Башлығы гранттары нигеҙендәге проекттарҙы ҡарау индерелгән. Шулай уҡ республика комиссияһы менән тел сәйәсәте өлкәһендәге муниципаль комиссиялар араһындағы үҙ-ара эш итеүҙең яңы алымын ғәмәлгә индереү күҙаллана.
Яңы планға ярашлы, Комиссияның яңы эш этабы башланасаҡ.