газета "Салауат"
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Май 2020, 17:48

Артабан нисек йәшәрбеҙ?

Бөгөн Хөкүмәттә коронавирусҡа ҡаршы штабтың оператив кәңәшмәһе үтте.

Бөгөн Хөкүмәттә коронавирусҡа ҡаршы штабтың оператив кәңәшмәһе үтте. Артабан көндәлек тормошобоҙға ниндәй үҙгәрештәр индерелер? Кисә коронавирус буйынса Дәүләт Советының эш төркөмө ултырышы үткәйне. Радий Хәбиров белдереүенсә, уның һөҙөмтәләре буйынса ошо көндәрҙә ҡарар ҡабул ителәсәк.
Хәҙер һәр бер тармаҡ үҙ өлкәһендәге хәлде ҡараясаҡ һәм тәҡдимдәр әҙерләйәсәк.
– Хәл әле һаман ҡатмарлы. Коронавирус беҙҙең идара итеүсе командаға ла килеп етә башланы. Мин бөтәгеҙҙән дә санитария-эпидемиологик талаптарҙы үтәүегеҙҙе һорайым, – тине ул.
Шулай уҡ ошо көндәрҙә 55 көн эсендә төҙөлгән яңы инфекция дауаханаһы эш башлаясаҡ. Ул баш ҡала һәм республика дауаханаларына көсөргәнеште кәметәсәк. Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, коронавирус менән сирләгәндәр унда күсерелеү менән, дауаханалар элеккесә эшләй һәм башҡа сирлеләргә нығыраҡ иғтибар бирә башлаясаҡ.
Алдан әйтелгән үҙгәрештәргә килгәндә, ошо көндәрҙә һөйләшеүҙәр һәм консультациялар үткәреләсәк, ҡарар 1 июндә ҡабул ителеп, 16 сәғәттән ғәмәлдә буласаҡ, тине төбәк етәксеһе. Хәлдәр планға ярашлы барһа, ҡалған предприятиеларҙың, фитнес үҙәктәренең дә эш башлауы ихтимал.
Әйткәндәй, "Роспотребнадзор"ҙың төбәк идаралығы күп кеше йыйылыуҙы күҙ уңында тотҡан объекттарға аҙаҡ нисек эшләргә икәнлеге тураһында тәҡдимдәр әҙерләгән. Был яңы санитар ҡағиҙәләр 2021 йылдың 1 ғинуарына тиклем ғәмәлдә буласаҡ. Улар туризм, йәмәғәт туҡланыуы объекттары, балаларҙы һауыҡтырыу учреждениелары, фитнес үҙәктәре һәм башҡа тармаҡтарҙы үҙ эсенә аласаҡ. Шулай уҡ БДИ тапшырған саҡта нисек һаҡланыу буйынса ла методологик тәҡдимдәр әҙер. Яҡын арала уларҙың бөтәһе лә ведомство сайтында баҫыласаҡ.
Фото: clockchok.ru
Автор: Альфия Мингалиева ("Башҡортостан" гәзитенән) https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Artaban-nisek-y-sh-rbe-291837/
Читайте нас: