- «Мәҙәниәт» милли проекттар сиктәрендә беҙҙең Салауат музыка колледжы 3 партия музыка ҡоралдары алырға тейеш. Тәүгеһе бөгөн килде, ул - «Михаил Глинка» атамалы 3 фортепиано һәм уларҙың дөйөм суммаһы 12 млн 903 мең 200 һум. Шулай уҡ беҙ «Бехштейн» рояленең килеүен һәм өсөнсө партия менән баян, хор станоктарын, синтезатор алырбыҙ, тип көтәбеҙ, - тип һөйләй Салауат музыка колледжы директоры Лилиә Алапаева.
Лилиә Камил ҡыҙы билдәләүенсә, был музыка ҡоралдары бөтә студенттарға теоретик предметтарҙы өйрәнеү өсөн тәғәйенләнгән.
«Михаил Глинка» маркалы фортепианалар юғары класлы инструмент булып иҫәпләнә. Уның проекты W.Hoffmann маркалы инструменттар етештереү менән күп йылдар шөғөлләнгән Чехияның C.BechsteinEurope фабрикаһында әҙерләнгән. «Михаил Глинка» фортепианаларының башҡа төрлө Ватан маркаларынан айырмаһы шунда, уны етештереү нигеҙендә материалдарҙы һайлап алыу һәм эшкәртеүҙәге, йыйыуҙаға һәм интонировкалағы Европа ысулдары ҡулланыла. Быларҙың барыһы ла заманса моделдәрҙән өҫтөнөрәк инструмент булдырыуға мөмкинлек бирә.
#Милли проекттар