Дөйөм Рәсәй фронты пандемия ваҡытында илдәге балалы ғаиләләргә ярҙам сараларын тормошҡа ашырыу буйынса һорау алыу ойоштора. Уның һөҙөмтәләре РФ Президенты Владимир Путинға еткереләсәк, тип хәбәр итә хәрәкәттең башҡарма комитеты етәксеһе Михаил Кузнецов.
- Беҙ балалы ғаиләләргә мөрәжәғәт итеп, президент тәғәйенләгән түләүҙәрҙе юллау һәм алыу нисек барыуын асыҡларға теләйбеҙ. Бының хаҡындағы доклад 15 июнгә тиклем дәүләт башлығына еткереләсәк, - ти Кузнецов.
Һорау алыу барышында РФ граждандарына улар 3 йәшкә тиклем балаға ай һайын бирелә торған түләүҙәрҙе, 3 йәштән 16 йәшкә тиклем балалары булған граждандарға бер тапҡыр бирелә торған түләүҙе, 3 йәшкә тиклемге беренсе һәм икенсе бала өсөн ай һайын бирелә торған түләүҙәрҙе, шулай уҡ ваҡытлыса эшһеҙлек буйынса һәм бала тыуыу сәбәпле пособиеларҙың артыуына бәйле түләүҙәрҙе алыуҙа ниндәй проблемалар менән осрашыуы тураһында һорауҙарға яуап бирергә тәҡдим ителәсәк.
Был коронавирус инфекцияһы таралыуы осоронда Дөйөм Рәсәй фронты уҙғарған өсөнсө һорау алыу. Быға тиклем медицина хеҙмәткәрҙәренә һәм үҙмәшғүл, эшһеҙ граждандарға һәм кесе, урта бизнесҡа ярҙамды тормошҡа ашырыу буйынса һорау алыуҙар ойошторолған булған.
#ВладимирПутин