Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Май 2020, 19:05

Башҡортостанда 2851 коронавирус инфекциялы иҫәпләнә

26 майға оператив мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда 2851 коронавирус инфекцияһы менән ауырыусы иҫәпләнә. Тәүлек эсендә улар 79-ға артҡан, тип хәбәр ителә стопкоронавирус.рф порталында.

26 майға оператив мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда 2851 коронавирус инфекцияһы менән ауырыусы иҫәпләнә. Тәүлек эсендә улар 79-ға артҡан, тип хәбәр ителә стопкоронавирус.рф порталында.
Уҙған тәүлектә республикала коронавирустан вафат булғандар һаны үҙгәрмәгән, улар — 18 кеше.
Бер тәүлектә Рәсәй төбәктәрендә коронавирустың 8 915 яңы осрағы раҫланған, 174 үлем осрағы теркәлгән. Тәүлек эсендә илдә 12 331 кеше һауыҡҡан.
Дөйөм алғанда, хәҙер Рәсәйҙә 362 342 сирле иҫәпләнә, уларҙың 131 129-ы һауыҡҡан, 3807 кеше үлгән.
Бөгөнгә илдә коронавирусҡа 9,1 миллиондан ашыу тикшереү үткәрелгән. Һуңғы тәүлектә генә төбәктәрҙә 215 мең тест эшләнгән.
Рәсәйҙә коронавирусҡа шик булған 292 мең кеше медицина күҙәтеүе аҫтына алынған.
Галина Бахшиева
Читайте нас: