Новости
25 Мая 2020, 12:36

Уйындан уймаҡ

Дыуан районы ауылдарының береһендә фажиғә теркәлгән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Дыуан районы ауылдарының береһендә фажиғә теркәлгән. Атаһының автомашинаһында уйнап йөрөгән дүрт йәшлек малай быялаларҙы күтәреү төймәһенә яңылыш баҫып, муйынын ҡыҫтыра. Һөҙөмтәлә, тәҙрә күтәрелеп, быяла баланың муйынын ҡыҫа. Ата-әсәһе шунда уҡ "Тиҙ ярҙам" машинаһын саҡырта, табиптар уны тиҙ арала дауаханаға оҙата. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, малай реанимацияла вафат була.
Ваҡиға сәбәптәре тикшерелә, малайҙың быяла күтәреү төймәһенә яңылыш рәүештә баҫыуы билдәле.
Читайте нас